Статистика ВК сообщества "Подслушано в Абдулкаримово (Баймак районы СИБАЙ"

0+
Иғландарҙы башҡортса яҙығыҙ. Рус телендә яҙылғандар ҡуйылмай! Объявления на русском языке не публикуются!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Хәйерле көн барығыҙға ла.
Белеүегеҙсә, беҙҙең улыбыҙ, Казнабаев Нур, Украина ла йәрәхәтләнеп Мәскәү га Госпиталь ға килеп эләкте. Улыбыҙға һәм беҙгә ярҙам итеүегеҙгә ҙур рәхмәт белдергебеҙ килә, бер нисә көн эсендә ауыл халҡы һәм сит яҡ кешеларе лә беҙгә ҙур матди ярҙам иттеләр.
Ҙур рәхмәтемде Сайфуллин Юнир ға, мәктәп коллективына, аҡ инәйҙәр коллективына, Әбделкәрим, Ҡыуат һәм Алғаҙы ауыл халҡына, һәм ярҙам иткән һәр бер кешегә белдергебеҙ килә.
Эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, һеҙгә һаулыҡ, бәхет, тыныс күк теләйбеҙ.
Барығыҙға ла мең рәхмәт.

10 46 ER 9.4799
Әбделкарим ауылында йәшәүсе беҙҙең атайыбыз Ғәбитов Хөсәйен Хәсән улын тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыз!!! Ҡәҙерле атай, ышаныслы тормош иптәше, өлгөлө ҡайны, бәхетле ҡартатай булып, ауырымай һызланмай,иҫәнлектә - һаулыкта әсәйебеҙ менән бергә оҙон оҙаҡ йәшәргә яҙһын !!!

1 40 ER 5.1109
Әбделкәримдә тыуып, Ҡыуат ауылында 60 йылдан ашыу ғүмер итеүсе Солтанғолова (Булатова) Асия Вәлиулла ҡыҙының баҡыйлыҡҡа күсеүенә 20 ғинуар 40 көн. Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәй-ҡартәсәйебеҙ 90 йәшенә тиклем ауылдаштар ,туғандар араһында хөрмәтле, абруйлы ағинәй булды. Үҫмер сағынан етем ҡалып, ас- яланғас үҫкән, ауыр эшкә егелгән һуғыш осоро балаларынан ине ҡәҙерлебеҙ. Фермала һауынсы булып эшләне. Атайыбыҙ Мырҙағәле Әхтәм улы менән ярты быуатҡа яҡын татыу ғүмер кисереп, беҙгә матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Әсәйебеҙ эшсән, сабыр, күркәм холоҡло, кешеләргә игелекле, ярҙамсыл булды. Донъянан йәм табып, булғанына шөкөр итеп йәшәй белде. Аҡыллы кәңәштәре, изге теләктәре менән беҙгә терәк булды.
Әсәйебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килгән, ярҙам күрһәткән, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан ауыл халҡына, Әбделкәрим ауыл хакимиәтенә, ветерандар Советына, ҡоҙа-ҡоҙағыйыма, апаһы Мәғәсимәнең, ҡустыһы Миңлеғәленең, Матрайҙан бикәсе Миңлеямалдың, Ишмырҙанан ҡайнағаһы Мөхәмәтғәленең һәм ҡәйнеше Сөнғәттең балаларына,әхирәте Зәкиәнең улы-килененә, күршеләремә, дуҫтарыма, класташтарыма, Рәжәп ,Рамаҙан, Булат хәҙрәттәргә, Хәбир ҡоҙама тәрбиәләп, аяттар бағышлап оҙатыуҙарына оло рәхмәтемде еткерәм.Ҡайғы-хәсрәттәр һеҙҙе урап үтһен, ҡылған изгелектәрегеҙ яҡшылыҡ булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.
Яҡыныбыҙҙың ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе белгәндәр беҙҙең менән бергә уны йылы һүҙҙәр һәм яҡты хәтирәләр менән иҫкә алһын ине.
Яҡындары исеменән ҡыҙы Шәүрә Нурдәүләтова.

9 54 ER 5.2013
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәртәсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Булатова Файза Зиннәт ҡыҙын хөрмәт итеп һуңғы юлға оҙатырға килгән барлыҡ туғандарға,Хөсәйен Хәсән улы Ғәбитовҡа, күршеләргә, ауылдаштарға, ысын күңелдән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.Хоҙай үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғәилә именлеге бирһен.Әсәйебеҙҙең ятҡан урыны тыныс, иманы юлдаш булһын. Атайыбыҙҙан ҙур рәхмәт барығыҙға ла.

4 67 ER 5.0111
Глава района Фанис Аминев поздравил матерей погибших солдат при исполнении воинского долга.
Хөрмәтле Клара апай Булатова ,байрам менән ҡотлайбыҙ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ,балалар бәхете,илебеҙгә тыныслыҡ теләйбеҙ.
Клара апайҙы күптән түгел билдәләгән 70 йәше ,40 йыллыҡ хеҙмәте ,тәртипле 5 малайҙы тәрбиәләүе өсөн дә баһа был ҡотлау!

5 16 ER 3.7837
Юнир ҡустының мөрәжәғәтенә ҡушылған Дүнгәүер,,волейболистар, Алғаҙы ир-егеттәре группаларындағы егеттәргә рәхмәт, изге Рамаҙан айында үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын, Юнир һиңә эшеңдә уңыштар, ғәйлә бәхете,ныклы һаулык теләйбеҙ. Нурҙың һауығып ата әсәһен,,туғандарын ҡыуандырып тыуған ауылына ҡайтыуын теләйбеҙ. йорт илебеҙ тыныс булһын Афарин, Юнир ҡустыға һәм өс ауыл егеттәренә! Бергәләп эшләйҙәр, бергәләп ярыштар үткәрәһегеҙ, һеҙгә ҡарап һоҡланырга ғына ҡала! Берҙәмлекта- көс!"- тип бушҡа әйтмәгадәр шул.

11 14 ER 3.7684
Бөгөн - 6 ноябрь минең әсәйем - Сәйетҡолова Минһылыу Хөббихужа ҡыҙына 75 йәш тулған булыр ине... Әммә тормош шулай укенесле икан шул, йөрәктәрҙе әрнетеп, беҙҙе зар илатып, 69 йәшендә генә был донъяларҙан уйламағанда ғына китеп барҙы. Әсәйем бик тырыш, сая, көслө рухлы, тура һүҙле, кешелекле, кеселекле һәм әҙәпле, атайыбыҙға тоғро тормош юлдашы ине.
Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ... Әлелә күңел ышанмай уның юҡлығына. Иҫкә алмаған көнөбеҙ юк.

Әсәкәйем ҡайтмаҫмы тип,
Әйләнәмдә ҡарайым ҡапҡаға
Юк, ҡайтмаҫһын - Әсәй,
Күпме көтһәмдә
Ул донъянан бит,
Берәүҙә ҡайтманы...

***
Хәл генәмдән килһә әгәр
Терелтеп алыр инем.
Йәндәр өрөп ултыртып,
Һөйләшеп алыр инем.

Һинһеҙ ҡыйын, әсәкәйем,
Ник киттең ҡапыл ғына?
Ауырығанынды ишеткәс,
Йугерзем яндарыңа.

Ләкин иблис Ғазраил
Өлгөрҙө минән алда.
Яҡшы кешене эҙләп
Йөрөнө микән ул да?

Әсәкәйем, тыныс йоҡла,
Урының булһын ожмахта.
Хәйер бирә һинең рухҡа
Ҡыҙҙарың һәр бер тарафта.

1 34 ER 3.5822
Ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Булатов Ғелмитдин Нуретдин улын хөрмәт итеп һуңғы юлға оҙатырға килгән барлыҡ туғандарға, Наиль Һөйөндөк улы Урмановҡа, күршеләргә, ауылдаштарға, ысын күңелдән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҙай үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғәилә именлеге бирһен. Атайыбыҙҙың ятҡан урыны тыныс, иманы юлдаш булһын.

0 19 ER 3.0763
Хөрмәтле Әбделкәрим, Ҡыуат, Алғаҙы ауылы халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ!
Ниһайәт, һеҙҙең һәм хөкүмәтебеҙ ярҙамы менән, быйылғы йылда ППМИ программаһында ҡатнашып, МТЗ 82 тракторы алынды. Аукционда еңеп сыҡҡан тәьмин итеүсе (поставщик) беҙгә ошо көндәрҙә тракторҙы алып килеп еткерҙе.
Битараф булмаған, ярҙам ҡулы һуҙған бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле көндәр теләйбеҙ.
Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте.

1 27 ER 3.3227
Беззен кэзерлебез!❤❤❤️Оло юбилейын менан кайнар котлайбыз. Хина озон-озак гумер, ныклы hаулык, муйыл сэскэлэй ак бахет, шатлык телайбез. Атайыбыз менан инга ин терашеп, балаларындын изгелеген куреп исан-hау гумер итерга насип булсын.
Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен,
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар,
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!

0 45 ER 2.9870