Статистика ВК сообщества "Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ"

0+
🕊

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Йәмле иртә. Балам уяттым да,
Тәмле итеп сәйҙәр эсерҙем.
Ҡара костюм менән күлмәгең,
Ҡарап тороп үҙем кейҙерттем.

Һау бул,әсәй,бөгөн дәрестәр аҙ,
Оҙаҡ тормайым,- тине лә китте.
Шарылданы ишек,ә йөрәгем
Һиҙенгәндәй бер аҙ дөрт итте.

Төш ваҡыты, балам ҡайта тиеп,
Тиҙ-тиҙ генә аштар бешерҙем.
Ундар тирәһендә ҡара ҡайғы,
Телефоным аша ишеттем.

Атыш булған,-тиеп әйтте дуҫым.
Ышанманым, һуғыш түгел бит!
Балаң ҡайта хәҙер тине йөрәк,
Ә аяҡтар һиңә йүгерҙе.

Ышанманым, кескәй кәүҙәңде күргәс,
Тор,ҡайтабыҙ!- тиеп ҡысҡырҙым.
Һелкенмәнең, балам, ишетмәнең,
Мәңге асмаҫ булып күҙ йомдоң.

Кисер,балам, һаҡлап ҡала алманым,
Ҡанһыҙлыҡтан һине ҡотҡарып.
Алмашынып әгәр ғүмерҙәрҙе,
Бирер инем тормай ҡыҙғанып.

Күктәр аша күҙләйһеңдер хәҙер:
-Илай күрмә,-тиеп әсәйем!
Гел тамсылап торор яралары,
Һинһеҙлеген тойған йөрәгем.

А.Миңуғолова (Ғәрифуллина)
11.05.2021

133 0 ER 4.0695
Апайыма❤
"Дуҫ туғандан ҡәҙерлерәк" тиҙәр,
Ышанмағыҙ, был һүҙ шыр ялған!
Дуҫың бит ул бер ҡарында ятып,
Икең бер әсәнән тыумаған.

Дуҫтарыма серем сисә алмайса,
Телем тешләп ҡалған саҡтарҙа,
"Ярай әле апайым бар!" тип ҡыуанам да,
Йәнем ярып һалам апайыма.

Беҙ бит бер ҡарында яралғандар,
Бер әсәнең ике күҙ нуры!
Ниндәй генә хәлдә тарығанда ла,
Онотмаһаҡ ине беҙ шуны.

Донъя бит был! Шулай булғас ҡайсаҡ
Булыр үпкәләшкән саҡтар ҙа...
Үпкәләштек тиеп, сит-яттарҙан
Тел тейҙермәм ғәзиз апайыма.

Апай, апай! Онотмаһаҡ ине:
Беҙ был ерҙә мәңге түгелдәр...
Татыулыҡта үтһә ине беҙҙең
Алда йәшәйәсәк ғүмерҙәр.
Шәмсиә Йыһангирова

772 0 ER 4.3081
Ҡартлығыма бәхет һорайым!..

Ҡартлыҡ килә үксәләргә баҫып,
Әсәйемде хәҙер аңлайым:
“Йәш ғүмерҙәр ул нисек тә үтә,
Ҡартлығыма бәхет һорайым”.

Йәш кешегә бәхет нимә инде?
Бил ауыртмай, аяҡ һыҙламай,
Бөтә эште үҙем эшләй алам,
Бер кемдән дә ярҙам һорамай.

Йәш кешегә бәхет – һаулыҡ түгел,
Бәхет өсөн кәрәк мөхәббәт!
Ҡартлыҡ килгәс, хатта үҙ балаңа
Бағаң икән, көтөп мәрхәмәт.

Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж
Ҡартлыҡ килә баҫып үксәгә.
Миңә генә түгел, ул һиңә лә,
Һәммәбеҙгә килә. Иртәгә,

Ул иртәгә генә. Ә бөгөнгә
Уй-хыялда бары мөхәббәт.
Йәшлегебеҙ теләй үбеп-ҡосоу,
Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт.

Ҡартлығыбыҙ ҡарай мөйөш аша
Икеләнеп, ҡурҡып, һаҡ ҡына…
Миһырбанлы, зинһар, булайыҡсы,
Килер ҡартлығыбыҙ хаҡына!

[id37396802|Фирүзә Абдуллина]

216 0 ER 2.5948
Рәхмәт, Аллам:
Ғаиләм, туғандарым, үҙем булғаныма!
Өҫтөм бөтөн, тамағым туҡ, һаман һөйә алғаныма!
Күргәнемә, ишеткәнемә, матур телмәр теҙгәнемә!
Иман биреп, яҡты нурҙар ҡабыҙғанға күҙҙәремә,
Рәхмәт , Аллам !🙏🏻

М.Ғәйф.

172 0 ER 2.4679
Төштәрҙә күрешәйек, әсәй...

Төштәрҙә генә булһа ла
Күрешәйексе, әсәй.
Ҡатмарлы заманда ҡыҙың
Көн итә сәсәй-сәсәй.

Төштәрҙә генә булһа ла,
Әсәй, бер ярат әле.
Күңелдәге таштай ауыр
Уйҙарҙы тарат әле.

Төштәрҙә генә булһа ла
Һыйынайымсы, әсәй.
Йөрәгеңдең ҡуҙҙарында
Йылынайымсы, әсәй.

Төштәрҙә генә булһа ла
Һөйләшәйексе, әсәй.
Ҡыҙың бөгөн һинең зирәк
Аҡылға мохтаж йәшәй.

Төштәрҙә генә булһа ла
Ултырайыҡсы йәнәш.
Ни эшләргә белмәгәндә
Бирһәңсе берәй кәңәш.

Төштәрҙә генә булһа ла
Осрашайыҡсы, әсәй.
Ҡыҙың һинһеҙ был донъяла
Һине һағынып йәшәй.

Төштәрҙә генә булһа ла
Һыйпайымсы сәсеңдән.
Мин һаман да йәшәйем бит
Көс алып, әсәй, һинән…
Зөһрә Ҡотлогилдина.

264 0 ER 2.7489
Туғанлыҡтың тәмен тойоп ҡына,
Йәшәйексе,ошо донъяла,
Дуҫ-иштәрең бик күп булғанда ла,
Туған күңелен,туған дауалай.
Өлгөрәйек,иҫән саҡтарында,
Яҡшы һүҙебеҙҙе әйтергә,
Ваҡытында кисерә беләйек,
Үпкәләһәк,юҡ-бар әйбергә.
Бер әсәнең балалары бит,беҙ,
Төрлө яҡҡа сығып китһәк тә,
Теге донъянан кире ҡайтмайҙар,
Күпме күҙ йәштәре түкһәк тә...
Тормош мәшәҡәттәренән бушап,
Ҡәҙерләргә,иҫән булғанын,
Хәл белергә,тиеп, ишек шаҡыйыҡ:
-Ни хәлдәһең? Һаумы, туғаным !

[id586665478|Лариса Ғирфанова]

509 0 ER 3.2846
«Әсәйҙәр өсөн иң ҙур бүләк — бала. Ҡыҙың булып, яҡшы кешегә кейәүгә сыҡһа, малайың булып, тигеҙ ғаилә ҡороп бәхетле булһа – бына шул була инде әсәйгә ҙур бүләк. Яулыҡ алып биреү, күлдәк алып биреү түгел. Улары шатлыҡ ҡына уның, улар ваҡытлыса ғына...»

Әлфиә Авзалова.

182 0 ER 2.2729
Һине рәнйеткәнгә бәхет телә,
Һаулыҡ телә йәне-тәненә.
Ҡылған яуызлығы берәй ваҡыт,
Кире әйләнеп ҡайта үҙенә.

Һине һөйләгәнгә ҡыуан ғына,
Тимәк, һөйләрлегең бар әле.
Ике донъя ҡыуанысын телә,
Ғәйбәтсегә донъя тар әле.

Таш атһалар һинең баҡсаңа,
Аш менән бәр кире үҙенә.
Үҙ бәҫеңде бер үк төшөрмә,
Юғары бул кеше һүҙенән.

Һөйләйҙәрме, әйҙә, һөйләһендәр,
Яҡшы атҡа септә килешә.
Матур күңелдәргә, алда йөрөгәндәргә,
Хоҙай үҙе бәхет өләшә.

Рәнйеткәнгә, булышҡандарға,
Һаулыҡ ҡына телә хәҙергә.
Хоҙай барыһын да тигеҙләй,
Бөтәбеҙ ҙә бара ҡәбергә...

Фәнилә Йәндәүләтова

340 0 ER 2.4954
Һинең кеүек әсәй була алһам...

Күпме йылдар үтеп китте инде
Һинһеҙ, әсәй, йәшәп ятыуға.
Тик барыбер һаман күнегеп булмай
Ерҙә һинһеҙ таңдар атыуға.

Балҡып-көлөп ҡаршыларһың төҫлө
Ҡыҙҙарыңдың эштән ҡайтыуын.
Ҡолаҡтарҙа ғына яңғырап тора,
Балаҡайым, тиеп әйтеүең.

Һыу-һауаһыҙ йәшәп булмағандай,
Һинһеҙ йәшәү – оло бер ғазап.
Үкенестәр ниңә был донъяла
Сыбыртҡылай һуңлап, тик аҙаҡ.

Бергә саҡтар әгәр кире ҡайтһа,
Көн-төн тыңлар инем үҙеңде.
Сараһыҙлыҡ сабырлыҡтан аша,
Йылдар һынай минең түҙемде.

Һинең ғүмер беҙҙең хәтер менән,
Тормош менән йәшәп ялғана.
Һис үкенмәҫ инем һинең кеүек
Әсәй була алһам балама.
Зөһрә Ҡотлогилдина.

204 0 ER 2.3321
Һүҙ һөйләмә
Кеше тормошонда ниҙәр барын,
Күптәр белмәй , һәр кем кисермәй.
Тормош бит ул, нужа һурпаларын
Берәүгә лә тигеҙ эсермәй.
Шуға нахаҡ һүҙ һөйләрҙән алда,
Үтеп ҡара үткән эҙенән.
Нисек йәшәгәнен белеп ҡара,
Ҡарап ҡына уның йөҙөнә.
Әҙәм йәшәйеше - ҡара урман,
Һүҙ һөйләмә, үҙең күрмәйсә.
"Кеше хәлен кеше белмәй,тиҙәр,
Үҙ башынан ғына үтмәйсә."
Әлфиә Абрафиҡова.

236 0 ER 2.3082