Статистика ВК сообщества "БАШКИРКА"

0+
Сезон марафонов открыт! Присоединяйтесь!😊

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Ноябрь—тимәк, тупһала ҡыш

1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер
2 ноябрь —ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә
3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана
4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.
5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта
7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола
8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара
9 ноябрь ниндәй—май айы шундай
10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә
11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә
12 ноябрь ҡырпаҡ ҡаш төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ
13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр
14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ
15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта
16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр
17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ
18 ноябрь ҡар яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана
20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр
26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә
27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ

1122 1 ER 8.6346
ДЕКАБРЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.

2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.

3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.

4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы һәм ҡарһыҙ ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.

5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.

6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.

7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.

8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.

9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.

10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.

11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.

12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.

13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә 110 көн ятыр.

14 декабрь – ҡаурый-ҡаурый ҡатламлы болоттар һыуыҡтар тураһында киҫәтә.

15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.

16 декабрь көндө балыҡсылар яҡшы табыш менән ҡайтһа, ҡыш йылы килер.

17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.

18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.

19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.

20 декабрь – бесәйҙәр һыу эсһә, көслө яуым-төшөм булыр.

21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.

22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.

23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.

24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.

25 декабрь – киләһе йылдың уңышлы килеү-килмәүен белеү өсөн был көндө сейә ботағы киҫеп, уны ер һалынған сүлмәккә ултыртҡандар. Ул Раштыуаға япраҡ ярһа, йыл уңышлы килә тип һаналған.

26 декабрҙән башлап 12 көн һыуыҡ була икән, ҡыш сатнама һалҡын килер.

27 декабрь – төндә ағастарҙы бәҫ һарыһа, ҡыш һыуыҡ килә. Иртәнге сатнама һыуыҡ тиҙ арала көслө ел һәм ҡар бураны буласағын иҫкәртә.

28 декабрь көндө йылы була икән, тимәк, көслө һыуыҡтар ҡыш аҙағында ғына киләсәк.

29 декабрҙәге һалҡын әсе ел Раштыуа һалҡындарының дауамлы булыуы хаҡында иҫкәртә. Болотло, елле көн – кинәт йылытыуға.

30 декабрҙә ҡар яуһа, Яңы йыл төнө һалҡын булыр.

31 декабрь көндө иларға һәм күңелһеҙләнергә ярамай, юғиһә йыл буйы шундай кәйеф оҙата барасаҡ.

#природа@i_bashkirka

1127 11 ER 8.2466
Һоло эсемлеге эсегеҙ!

Һаулыҡ өсөн иҫерткес түгел, һоло эсемлеге эсегеҙ!

Уны әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам".

3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.

#сж@i_bashkirka

1344 27 ER 8.1837
Шундай ихлас көйәрмәнең булғанда һис шикһеҙ еңәһең! 😁

#всм@i_bashkirka

177 82 ER 4.0356
ӨЛӘСӘЙ НӘСИХӘТТӘРЕ

Иманһыҙҙы ҙурлама
Ялғышҡанды хурлама.
Һөймәгәнде күҙләмә,
Ҡояштан йөй эҙләмә.

Ололарҙы илатма,
Көнсөлдәрҙе йырлатма.
Эсәр һыуға ҡый һалма,
Ғәйбәтсегә аш булма.

Бәхетһеҙҙәрҙән көлмә
Көткәнгә һуңлап килмә.
Йәштәргә кәңәшең бир
Ҡарттарҙан тәжрибә тир.

Аш атҡанға таш атма
Яҡыныңдың серен һатма.
Балаңа яғымлы бул,
Юлдан ҡайтҡанға бир ҡул.

Мин бәхетһеҙ тип әйтмә,
Ҡаты күңелдән наҙ көтмә.
Дан артынан һин ҡыума,
Юлсының юлын быума.

Үҙ фекереңде һаҡла,
Гел дөрөҫ юлдан атла.
Ғибрәтленән фәһем ал,
Һәр саҡ үҙең булып ҡал.

Рәйхана Әхмәҙиева

#язык@i_bashkirka

154 54 ER 3.9409
Туңған йомортҡаны ҡырғыстан үткәреп, ныҡ итеп туҡығыҙ. Мин спирт һалам әҙерәк, сода һалмайым.Саҡ ғына шәкәр төҫ бирһен өсөн, һарғылланһын өсөн һалам.Ҡамырҙы ҡул менән баҫмайым. Ағас ҡалаҡ менән генә яйлап һала-һала болғап, он өҫтәйем, йомшаҡ ҡына була ҡамыр. Һыуыҡта ял иттерәм ҡамырҙы примерно бер сәғәт. Ике һауытта бешерәм. Береһендә һыуығыраҡ майҙа, унда кукуруз палочкаһы кеүек ҡабарғансы тотоп алам. Шунан ҡайнар майға һалып бешереп бөтөрәм. Ҡайнар майға сразу һалһаң, ярыла сәк -сәк.

Айгөл Игелекованан кәңәш

562 22 ER 4.4687
ӘСӘЙ БУЛЫУ

Ҡыҙым, үҙең әсәй булғас,
Аңларһың әле мине,
Иҫләрһең, ниндәй осраҡта
Әсәйең нимә тине.

Аңларһың һин абынғанда
Йөрәгемдең ҡупҡанын,
Һинең күҙ йәшең тамғанда
Әсәйең ут йотҡанын.

Аңларһың иң ҡәҙерле йән -
Ғәзиз балаң икәнен,
Тик балаң бар донъяларҙы
Аллы-гөллө иткәнен.

Аңларһың, әсәй һиҙә ул
Һин һөйләмәгән серҙе,
Төҙәтергә ташлана ул,
Һин хаталанған ерҙә.

Тик әсәй генә кисерә
Ғәйебең булһа әгәр.
Һинең йөгөңдө күтәрә,
Күтәрә алған ҡәҙәр.

Тик әсәй... Аңларһың, балам,
Бала үҫтереп кенә,
Тормош үҙе аңлатҡаны
Беҙгә нығыраҡ һеңә.

Борсолоу, ҡурҡыуҙарымды
Аңларһың берәй ҡасан:
Бер туҡтауһыҙ күңелдәге,
Шик-шөбһәләрҙән ҡасам.

Әсәй булыу - үҙе бәхет,
Йәшәүҙең мәғәнәһе.
Бәхетле әсәй бул, ҡыҙым,
Бала - донъяның йәме.

Фирүзә Абдуллина, 08.03.21

#язык@i_bashkirka

204 13 ER 2.9755
Кәзә һаҡалы (первоцвет весенний, примула)

Был үлән айырыуса ҡоро йүтәл булғанда файҙалы. Май айында сәскә атҡанда йыйып ҡалығыҙ.

Май айҙарында сәскә атҡан был үҫемлекте медицинала тамырын, сәскәһен ҡулланалар. Уның составында сапонин, флавоноидтар, эфир майҙары, кремний, аскорбин кислотаһы, каротин бар. Һейҙек ҡыуыу, тын юлдары, быуын сирҙәренән ҡулланыла. 1-2 япрағын ашаһағыҙ, организмды бер тәүлеккә етерлек С һәм А витаминдары менән байытаһығыҙ. Авитаминоз булғанда кәзә һаҡалының кипкән япраҡтарынан эшләнгән порошокты ҡулланалар, сәй итеп тә эсәләр.
Ҡоро йүтәл булғанда был үлән айырыуса файҙалы. Эс ҡатҡанда, көслө баш ауыртыуы булғанда ла ҡулланалар. Быуындар һыҙлағанда ауыртыуҙы баҫа.

Грипп, тымау менән сирләгәндә, хроник бронхит булғанда, тамырын, сәскә япраҡтарын төнәтеп, көнөнә 3-4 мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк.

Зөһрә Йәһүҙина

Һеҙҙең дә серҙәрегеҙҙе бик беләһебеҙ килә. Кәзә һаҡалын кемдәр тағы нимә эшләтә?

#природа@i_bashkirka

328 29 ER 3.2392
Укроптың файҙаһы хаҡында

Укроптан әҙерләнгән шыйыҡса инсультҡа ла ҡаршы тора ала.
Был үлән баш мейеһе, ҡан тамырҙары өсөн хәтәр файҙалы үҫемлек. Бигерәк тә оло кешеләргә шифалы.

Шыйыҡса әҙерләү өсөн 10 аш ҡалағы укроп орлоғона 0,75 литр кагор шарабы һалып, "водяной баня"ла һүрән утта 15 минут ҡайнатырға кәрәк. Шыйыҡсаны бер аҙна ҡараңғы урында төнәткәс, һөҙөп алырға. Уны йоҡлар алдынан 30 мл эсһәң, артериаль ҡан баҫымы нормалләшә.

Йылына 3 курс яһап алыу етә. Укроп ашарға яратҡандарҙың ҡан юлдары ла таҙа булыр, йөрәктәре лә ауыртмаҫ!
#природа@i_bashkirka
#сж@i_bashkirka

482 2 ER 2.9468
Бына был рисепты күсереп алығыҙ.! - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә барығыҙға ла таныш Айгөл Миңлебаева.

Ныҡ тәмле лечо.
Эшләнеше еңел, үҙе тел йоторлоҡ!
Беҙҙең балалар иң тәүҙә ошо лечоны ташып бөтә.
Яҙып алығыҙ!
Был яҙмам да архивҡа китәсәк, йәки юйыласаҡ!
Һис юғында скриншот эшләгеҙ!!!
Лечо.
4 кг помидор
2 кг кишер
2 ҡалаҡ тоҙ
1 стакан шәкәр( әҙерәк мөмкин)
1 стакан сифатлы шыйыҡ май
2 баш һарымһаҡ
Помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ.
Кишерҙе кем нисек теләй шулай турай.
Мин ныҡ ваҡ булмаған, уртаса теркала үткәрәм.
Һарымһаҡты ныҡ ваҡлап турағыҙ.
Ә чеснокодавканан сығармағыҙ!
Һарымһаҡты бешеп бөтөргә 10 минут ҡалғас һалһағыҙ ҙа була.
Ошо һанаған ризыҡтарҙы бергә һалып ҙур ғына ҡаҙан, кәстрүлдә ҡайнатабыҙ.
15 -20 минут ҡайнағас 30 -50 бөртөк татлы боросто дүрт өлөшкә бүлеп һалып тағыла 25 -30 минут,боросоғоҙ ныҡ итләс икән күберәк 35 -40 минут тотһағыҙ ҙа була.
Күреүегеҙсә уксус юҡ!
Яҙырға онотҡандыр тип уйламағыҙ.
Стерилләнгән банкаларға һалып,нығытып ябып ҡуйығыҙ.

433 9 ER 3.1512