Һөйләйҙәрме?
Һөйләһендәр әйҙә!
Бер ерем дә унан кителмәҫ!
Унан ғына офоҡ емерелмәҫ,
Унан ғына донъя ишелмәҫ!
Кемдер, тимәк, бәхеттәрҙән мәхрүм,
Кеше һөйләп кенә йәм тапһа,-
Үпкәләүгә түгел,тик йәлләүгә
Лайыҡ кеше...
Әгәр йән тартһа,
Әгәр дәртем булһа,тауға менәм,
Айға осам,сумам диңгеҙгә!
Мин ғәйбәтһеҙ еңел йәшәй алам,
Йәшәй алһын ғәйбәт минһеҙ ҙә!
Һөйләһендәр әйҙә!
Йәмһеҙ уйҙар,
Күңелемдә һеҙгә урын юҡ!
Йөрәгемдә-бар доъяға һөйөү,
Күңелемдә йәшәй матурлыҡ!
Количество постов 3 623
Частота постов 55 часов 36 минут
ER
34.59
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Күрә белһәң тормош шундай матур, әкиәттәй ата ал таңдар... Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел, иҫән булһа дуҫтар, туғандар.
Бер ҡасанда үткәнеңә әйләнеп ҡайтма. Ул һинең ваҡытыңды ғына аласаҡ…Тарих ҡабатланмай, кешеләр үзгәрмәй. Беркемде лә көтмә, бер урында торма. Гел алға бар, тирә-яҡҡа ҡарама. Кәрәк кешеләр үҙҙәре һине эҙләп табырҙар.
Олоғайғас ниңә ағара икән,
Бөҙрәләнеп торған, ҡара сәс ?
Зифа буйы ниңәлер, ҡалыная,
Ниңә ағара, матур, ҡыйғас ҡаш?
Нескә билең ҡалынайып китә,
Матур тештәр ниңә ҡойола?
Улай ғына түгел хатта буйың ,
Ниңә шулай бераҙ ҡыҫҡара?
Элек йүгереп йөрөһәң, хәҙер бит һин,
Һалма ғына итеп атлайһың,
Хәтер яғы ла бит, бик үҙгәрә,
Нимә кәрәген дә онотаһың.
Көҙгө яндарынан үткән саҡта,
Ҡарамайһың туҡтап үҙеңә.
Ниңә олоғайғас бар нәмә лә,
Һиҙелерлек итеп үҙгәрә?
Әйҙә инде үҙгәрһә, үҙгәрһен!
Ул бит беҙҙән генә ҡалмаған.
Тик ҡыҙғаныс, күп кешегә шулай,
Ғүмер юлын күреү яҙмаған.
Иҫән - имән булып етһәк ине,
Ғүмеребеҙҙең алтын көҙөнә .
Яҙһын ине һуңғы көнгә ҡәҙәр,
Үҙебеҙ атлап,үҙебеҙ йөрөргә.
Фидания Баширова - Мотыгуллина
Бөҙрәләнеп торған, ҡара сәс ?
Зифа буйы ниңәлер, ҡалыная,
Ниңә ағара, матур, ҡыйғас ҡаш?
Нескә билең ҡалынайып китә,
Матур тештәр ниңә ҡойола?
Улай ғына түгел хатта буйың ,
Ниңә шулай бераҙ ҡыҫҡара?
Элек йүгереп йөрөһәң, хәҙер бит һин,
Һалма ғына итеп атлайһың,
Хәтер яғы ла бит, бик үҙгәрә,
Нимә кәрәген дә онотаһың.
Көҙгө яндарынан үткән саҡта,
Ҡарамайһың туҡтап үҙеңә.
Ниңә олоғайғас бар нәмә лә,
Һиҙелерлек итеп үҙгәрә?
Әйҙә инде үҙгәрһә, үҙгәрһен!
Ул бит беҙҙән генә ҡалмаған.
Тик ҡыҙғаныс, күп кешегә шулай,
Ғүмер юлын күреү яҙмаған.
Иҫән - имән булып етһәк ине,
Ғүмеребеҙҙең алтын көҙөнә .
Яҙһын ине һуңғы көнгә ҡәҙәр,
Үҙебеҙ атлап,үҙебеҙ йөрөргә.
Фидания Баширова - Мотыгуллина
Һорау бирәм ҡайһы саҡ яҙмышыма
Ниңә мине һаман һынайһың?
Иҫе китмәй генә яуап бирҙе
"Һынаһам да,һин бит, һынмайһың!."
Ниңә мине һаман һынайһың?
Иҫе китмәй генә яуап бирҙе
"Һынаһам да,һин бит, һынмайһың!."
Ошо юлдарҙы уҡыған һәр туғаныма, дуҫтарыма, таныштарыма Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, күңҽл тыныслығы, бәхҽтлҽ ғүмҽр,татыулыҡ, яҡшы дуҫтар насип итһҽн! Ниндәй гҽнә ауырлыҡтар үтһәк тә, тормоштоң матурлығына һоҡланып, бәләкәй гҽнә шатлыҡты ла ҙур күрә бҽлҽп, яҙмыштарыбыҙға риза булып йәшәйҽк. Был яҡты донъяла йәшәүҽбҽҙгә ҡыуанайыҡ.
изгҽ ҡорбан байрамы мҽнән!
икҽ донъя бәхҽтҽ күрҽп, имҽнлҽк тә һаулыҡ та,тҽүәллҽк тә, барлыҡ та, хәләл ризыҡтан айырмай балалар, яҡындарымдың ҡәҙҽр хөрмәтҽндә йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
изгҽ ҡорбан байрамы мҽнән!
икҽ донъя бәхҽтҽ күрҽп, имҽнлҽк тә һаулыҡ та,тҽүәллҽк тә, барлыҡ та, хәләл ризыҡтан айырмай балалар, яҡындарымдың ҡәҙҽр хөрмәтҽндә йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан,
Күңелгә бик-бик яҡын булғандар...
Мөһим түгел кем ул,ләкин яҡын,
Һөйгән йәрең,дуҫтар,туғандар...
Урын таба алмайһың,әсе йәштән,
Күңелеңдә төйөр ултыра...
Әйтелмәгән һүҙҙәр буран булып,
Йән әрнетеп тулай,ҡотора...
Китәләр шул...Йөрәктәрҙә дөрләп,
Янған уттан күмер ҡалдырып...
Беләһең бит кире ҡайтмаҫлығын,
Тик көтәһең күҙең талдырып...
Йә, Хоҙайым әйтсе!!!Ниңә һуң ауыр?
Сабырлыҡтар һорайым ҡаршыңда...
Буш ҡул менән китеп барһалар ҙа,
Алып киткән кеүек барһын да...
Азат Хәкимйәнов
Күңелгә бик-бик яҡын булғандар...
Мөһим түгел кем ул,ләкин яҡын,
Һөйгән йәрең,дуҫтар,туғандар...
Урын таба алмайһың,әсе йәштән,
Күңелеңдә төйөр ултыра...
Әйтелмәгән һүҙҙәр буран булып,
Йән әрнетеп тулай,ҡотора...
Китәләр шул...Йөрәктәрҙә дөрләп,
Янған уттан күмер ҡалдырып...
Беләһең бит кире ҡайтмаҫлығын,
Тик көтәһең күҙең талдырып...
Йә, Хоҙайым әйтсе!!!Ниңә һуң ауыр?
Сабырлыҡтар һорайым ҡаршыңда...
Буш ҡул менән китеп барһалар ҙа,
Алып киткән кеүек барһын да...
Азат Хәкимйәнов
Юлың төшһә...
Юлың төшһә вакыт тапмай
Урап уҙма капкамды.
Көтмәйек әле осрашырға
Кайғы ишек ҡаҡҡанды.
Вакыт баҫа баҫылғанды,
Сабып донъя ҡыуғанды.
Гүрҙәргә кергәс тапмабыҙ
Осрашырға юлдарҙы...
Сәбәп табып, юлыңды бор
Дуҫ-иштәр, туғандарға,
Юл төшмәһә, сәләм ебәр
Алыҫта торғандарға..
Бер күрешеү- бер ғүмер бит,
Күрешәйек йышыраҡ-
Танымай уҙып китмәбеҙ
Туғандарҙы осорап.
Вакыт баҫа баҫылғанды,
Сабып донъя ҡыуғанды.
Гүрҙәргә кергәс тапмабыҙ
Осрашырға юлдарҙы...
Асыу килһә, һәр саҡ тый телеңде,
Ағыуыңды сәсмә кешегә.
Ярһыу үтер, тик ағыулы телең
Яҡын араларҙы киңәйтә...
Күҙ йәштәре тулһа, тауға сығып ила,
Һөйлә елгә, һөйлә йылғаға.
Еңеләйгәс йылмай бөтә ерҙә
Йылмайыуҙы һәр кем ярата.
Йөрәк тулы һағыш булһа әгәр,
Туғаныңа арҡа терә һин.
Һөйләшкәндә бөтмәҫ кеүек һүҙҙәр,
Бушар, еңеләйер, ышан һин!
Сиккә етеп, үлем уйлағанда,
Әсәйеңде һәр саҡ хәтерлә!
Ғүмер биргән кешең өсөн, зинһар,
Йәшәү өмөтөңдө юғалтма.
Кеше һүҙе кеше үлтерһә лә
Бер ҡасанда һүҙгә бирешмә!
Түҙ, сабыр бул, тыныс ятһаң - ятта,
Тормошоңдо өр-яңынан башла!
Ағыуыңды сәсмә кешегә.
Ярһыу үтер, тик ағыулы телең
Яҡын араларҙы киңәйтә...
Күҙ йәштәре тулһа, тауға сығып ила,
Һөйлә елгә, һөйлә йылғаға.
Еңеләйгәс йылмай бөтә ерҙә
Йылмайыуҙы һәр кем ярата.
Йөрәк тулы һағыш булһа әгәр,
Туғаныңа арҡа терә һин.
Һөйләшкәндә бөтмәҫ кеүек һүҙҙәр,
Бушар, еңеләйер, ышан һин!
Сиккә етеп, үлем уйлағанда,
Әсәйеңде һәр саҡ хәтерлә!
Ғүмер биргән кешең өсөн, зинһар,
Йәшәү өмөтөңдө юғалтма.
Кеше һүҙе кеше үлтерһә лә
Бер ҡасанда һүҙгә бирешмә!
Түҙ, сабыр бул, тыныс ятһаң - ятта,
Тормошоңдо өр-яңынан башла!