Статистика ВК сообщества "Ҡайҙа ҡарама - Баймаҡтар!"

0+
Баймаҡ районының иң ҙур башҡорт төркөмө

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Халыҡҡа асыҡ хат

Мин, Фәйзрахман Усманов, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәйем. 72 йәштәмен. Шул тиклем эсем боша, шуға барса Башҡортостан халҡына интернет һәм гәзиттәр аша өндәшергә булдым.

Йылдан-йыл тәбиғәтебеҙ бөтөүгә бара. Йылғалар кибә, урман һирәгәйә, йәнлектәр ҡырыла. Әммә халыҡ уйланмай. Тәбиғәттә барған алама үҙгәрештәр – ул беҙҙең тәрбиәһеҙлеккә юғары көстөң яуабы.
Бына, оло булһам да, нисә йыл инде йылға буйҙарын, урман ситтәрен таҙалау менән мәшғүлмен. Миңә дан да, шөһрәт тә кәрәкмәй. Саф һауа, таҙа йылға, таҙа урман кәрәк! 2017 йылда “Атайсал” гәзитенә яҙып, редакция ярҙамы менән “Таҙа Һаҡмар” акцияһы ойоштороуға өлгәштек. Әбйәлилдән, йәғни Һаҡмар башынан Ырымбурғаса Һаҡмар йылғаһы таҙаланды. Тик, үкенескә күрә, мин хыялланғансы килеп сыҡманы. (Шулай ҙа яҡшы башланғыс булды ул). Кемдер намыҫ менән таҙаланы, кәмәләргә ултырып, Һаҡмар буйлап ҡый йыйҙы, кемдер арлы-бирле ауыл тирәһен таҙаланы ла, отчет өсөн фото төштө лә ҡайтып китте. Ә бит акцияның маҡсаты бер ауыл биләмәһенән икенсе ауыл биләмәһенә эстафетаны – таҙа Һаҡмарҙы шул ике биләмә сигендә “тапшырыу” ине. Сигенә килеп етмәнеләр, ауыл эргәһендә генә йөрөнөләр, ҡый-һайҙы өйөп ҡуйҙылар ҙа, отчет бирелгәс, ул өйөм онотолдо, туҙып ятты. Кемде алдайбыҙ һуң беҙ? Ошо ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ бит һуң! Балаларыбыҙ йәшәр, ейәндәребеҙ тәүтөйәгенә килер. Уларға ҡыйлыҡ ҡалдырабыҙмы ни?

Нисәмә йылдар Урал аръяғында ҡоролоҡ. Быйыл бәләкәй йылғалар ҡороно, балыҡтары үлде. Һаҡмар ҙа бер нисә көндән юҡҡа сығыр хәлдә, бик һай, төбө күренеп ята. Әйҙәгеҙ, ошоно файҙаланып таҙалайыҡ әле. Уҙған йылдар ул тәрән тип, бәлки, төбөн таҙалай ҙа алмағанбыҙҙыр. Хәҙер кисеп йөрөп таҙаларға була! Әйҙәгеҙ, ойошторайыҡ! Ҡайҙа ауыл советы рәйестәре, ҡайҙа депутаттар, ҡайҙа старосталар? Берегеҙгә лә бер нәмә лә кәрәкмәйме ни? Йөрөгегеҙ һыҙламаймы? Был мөрәжәғәтем, ҡабатлап әйтәм, барса республика халҡына. Зинһар, урман-ҡырҙарҙы, йылға-күлдәрҙе ҡыйламайыҡ, таҙалайыҡ, балаларға өлгө күрһәтәйек!
Яңыраҡ Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы халҡы Әселе йылғаһын таҙалай башлағанын ишетеп ҡыуандым. Әйҙәгеҙ, өлгө алайыҡ. Сығайыҡ өмәгә! Тик отчет өсөн түгел, намыҫ менән киләсәк быуын өсөн эшләйек!
Йәнә йыл да “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып ағастар ултыртҡан булабыҙ. Күпме үҫенте әрәм булды! Был ҡоролоҡта һыу ҡойоуҙы ойоштормағас, уны ултыртыуҙан ни фәтүә?

Быйыл тирә-яҡта урман яна. Тимәк, йәшел ҡалҡаныбыҙ күпкә кәмене. Ағас ултыртыуҙы арттырыу зарур. Үҙебеҙҙең баҡсаға, картуфлыҡҡа булһа ла ағас ултыртайыҡ

Йөрәгем әрней. Былай барһа, донъябыҙ бөтә бит. Мин дә, һеҙ ҙә был донъяға мәңгегә килмәгәнбеҙ. Балаларыбыҙ ыҙаламаһын, тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

72 йәшлек мин түгел, йәштәр һеҙ уйларға тейеш килсәкте. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк, өмәләргә сығайыҡ!

56 42 ER 6.5026
Текә фура! Был фура лайыҡҡа лайыҡ! Һеҙҙән лайыҡ (лайк)

4 8 ER 3.0698
ТАГИР ВАХИТОВ В БАЙМАКЕ

Завтра, 26 июля приедет Тагир Вахитов в Баймак. С 10.00 утра до 19.00 будет на точке улица Мира 1 - МОНЕТКА

Тагир Вахитов эксдиктор БСТ, выдвигается в кандидаты Государственной Думы. Нужны подписи!

Поддержим!

28 9 ER 2.8935
В Сургуте откроется башкирская школа!

В Ханты-Мансийском автономном округе прошли Дни башкирской культуры и просвещения. В программе — консультации, методическая помощь общественным организациям, культурные мероприятия, творческие встречи.

Одно из ключевых событий — открытие школы. Воскресная культурно-историческая школа «Башҡорт теле — башҡорт иле» в откроется в Сургуте.
По проекту на Грант Главы РБ школы появляются в регионах страны: в городах Магнитогорск, Миасс, с. Кизильское Челябинской области, городах Кувандык и Орск Оренбургской области, г. Верхняя Пышма Свердловской области, г. Набережные Челны Республики Татарстан и г.Сургут ХМАО-Югры.
Грант выиграл БРГИ №1 им. Р. Гарипова.

В ХМАО проживает около 40 000 башкир.

50 28 ER 3.1172
Пожар на трассе Абдулкаримово-Юлдыбаево. Нужна помощь!!!

Просьба распространить!!!

48 11 ER 1.6291
АЯҠ АҪТЫНДА ҺАНҒА ҺУҠМАЙМАЙ ҒЫНА ТАПАП ЙӨРӨТӨЛГӘН #ӘРЕМ (ПОЛЫНЬ) ТУРАҺЫНДА КӘРӘКЛЕ МӘҒЛҮМӘТ!!!🌱🌱🌱

Ракка ҡаршы өсөнсө донья һуғышы (аҙағы)
- Әрем йәки уның төнәтмәһе бик көслө паразиттарға ҡаршы нимә.. Теләгән кеше көн үҙәгендә үҙе теләгән ваҡытта эсә ала.Ярты стакан ҡайнар һыуға бер – ике семетем әрем, 15 минут төнәтәһең, һөҙәһең дә эсәһең.Бигерәк тә йоҡлар алдынан бер 30 минут ҡала. Был сама бер кемгә лә зыян һалмай, төнө буйы эсегеҙҙә бер ниндәй ҙә сир үҫә алмай.Кытай ғалиме әремдең 93 процент рак клеткаларын үлтереп торорлоҡ көсө барлығын иҫбат иткән. Был бит ғәләмәт ҙур һан.Ниндәй мөғжизәне Аллаһы Тәғәлә аҙым һайын юлыбыҙға сығара, аптырағас әллә ҡайҙарға таралып торорлоҡ еҫе менән дә беҙҙе саҡыра.Балаларға әҙерәк эсерәһең Хатта аҙлап эсерә - эсерә аллергияны ла еңеүселәр бар.Тимәк аллергия ла бактериялар сығарған сир.Ә һары хуш еҫле сәскәләрен беҙ йылда киптерәбеҙ. Мин үҙем көнгә ике тапҡыр уларҙы сәй ҡалағының 3тән бере дозаһында( һәркем үҙенең самаһын үҙе билгеләй, үҙебеҙгә зыян һалмаҫлыҡ саманы табырға кәрәк) ашар алдынан эсәм. Тәмле ашарға өйрәнгән кешеләрҙең организмы бик ныҡ бунт ойошторор, ләкин аңды эшкә егергә кәрәк.
-Ромашка сәскәләре төнәтмәһе.Ул төнәтмәне сәй урыныа эсеп торһаң да ярай.Башта ғына индия сәйенә өс ҡалаҡ шәкәр ҡомы һалып эскәндәргә ул тәмһеҙ күренер, ләкин ул биргән энергияны һеҙ оҙаҡ та үтмәй һиҙә башлайһығыҙ.Ә ромашканың беҙҙең эске органдарға ниндәй санитар булғанын белеү мотлаҡ.1 сәй ҡалағы кипкән ромашка сәскәләрен бер стакан ҡайнар һыуға, шунан 15 минуттан һөҙөп эсәһегеҙ.
-Пижма( еҙтөймә), мәтрүшкә, зверобой, дегенәктең бөтөн өлөшө, бигерәк тә яфрағы(уның согына бер дарыу ҙа тиңләшмәй), ҡайын, ерек ағастары япраҡтары,ерек ағасының алҡалары бик файҙалы, шыршы,ҡарағай, ҡарағас энәләре, ҡайрылары, шишкалары(бигерәк тә йәшел көйө), усаҡ ҡайрыһының ғәләмәт ракка ҡаршы көсө күп,имән ҡайрыһы ла ҡалышмай.Самаһын үҙегеҙ самалап өйрәнегеҙ.
- Үҙебеҙ яһаған ҡатыҡ, айран шулай уҡ антибиотиктар.
-Урман еләге.Уны сезонда туйғансы ашарға кәрәк.Бөтөн тәнгә файҙа бирә торған еләк кенә түгел, ә ике атна ашаһаң да бауырыңды бер йылға етерлек һауыҡтырып ҡуя. Ә бауыры сәләмәт кешене күп кенә ауыр сирҙәр урап үтә.
-Йәй көнө үҙебеҙҙә үҫкән бөтөн емеш – еләктәр ҙә файҙалы.Ҡышҡылыҡҡа ла киптереп, туңдырып ҡуйырға кәрәк.Иң көслө сирҙәргә ҡаршы тороусы булып терн, миләш, балан, гөлемеш иҫәпләнә. Бешермәйенсә ашарға тырышырға кәрәк.
- Был сиргә ҡаршы тора алырлыҡ көсө булып болиголов үләне, ҡайын гөмбәһе төнәтмәләре тора. Улар беҙҙә лә үҫә. Сирләгәс кенә эсергә кәрәк түгел, ә иммунитетты күтәрер өсөн алдан уҡ бер – нисә курс эсеп ҡуйырға була.Иртәнсәк ас ҡарынға, ашарға ярты сәғәт ҡалғас тамсылап эсәбеҙ. 1 тамсынан арттыра барып 40 – 50 тамсыға еткерәбеҙ, кире кәметә барып 1 төшәбеҙ.
- Үҙебеҙҙә үҫкән кара бойҙай ярмаһы ла бик ныҡ иммунитетты күтәрә.
-Үҙебеҙ һыҡҡан соктар, яһаған төнәтмәләр, үлән сәйҙәре бик файҙалы.
Ә рак сире һәм бөтән ауыр сирҙәр менән һирәгерәк сирләгән илдәрҙә бик күп йәшелсә - емеш, ҡыҙыл әсе борос, чили боросо, ҡәнәфер, куркума, имбирь, лимон,кинза, базилик, ҡара тмин майы, орлого, етен майы, орлого,һ.б. бик күп приправалар ҡулланғандары билгеле.
Әлбиттә был яҙманы артабан дауам иттерергә була, тик уны һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ өҫтәй алырлыҡ исемлек тип уйларға була. Бының өсөн барыбыҙҙа аяҡ аҫтарында сүп булып үҫеп ултырған үләндәргә, тирә - яҡта беҙҙе саҡырып шаулап үҫкән ағастарға, ҡыуаҡтарға иғтибар итергә генә кәрәк.Өҫтәлебеҙгә килеп ҡунаҡлаған ризыҡтарға күңел күҙе аша ҡарарға.”Был ризыҡты ашаһам иҫәнлегем артырмы,”- тигән һорау аша яуап алырға ғына кәрәк.
Ә артабан рак сире үҫеүгә ярҙам итә торған, этәргес булған ризыҡтарҙың ҡайһы берҙәре тураһында яҙайыҡ. Мин уйлап сығарған факттар түгел, ә лабораторияларҙа тикшереп, сысҡандарҙа тәжрибә яһап, ғәлимдәр иҫбатлағандар. Теләгән ҡайһыбыҙ интернеттан да ул мәғлүмәттәрҙе таба ала.
-Иң зыянлы һәм рак сирен үҫтереүсе ризыҡтар рәтенә сөпрәнән бешкән ризыҡтар инә.Был турала түбәндәге яҙмаларҙы тәржемә итмәйенсә бирәм.
Что же еще происходит при попадании дрожжевых микроорганизмов к нам в организм:
• брожение, сопровождающееся гниением, является благоприятной средой для вредных микроорганизмов, которые через поврежденные стенки кишечника проникают в кровь;
• нарушается процесс выведения токсинов из организма;
• продолжается интоксикация организма продуктами жизнедеятельности бактерий;
• снижаются защитная и пищеварительная функции кишечника;
• возникают запоры, образуются сгустки песка в почках, камни в желчном пузыре и печени.
• в результате производства искусственных дрожжей в них попадают тяжелые металлы и вредные химические соединения;
• нарушается нормальное кровообращение, образуются тромбы;
• приводят к образованию злокачественных опухолей в разных органах и системах человека.
• Үҙебеҙҙең ҡомалаҡтан бешкән икмәк ризыҡтарына ҡайтыу, йәки сөпрәһеҙ бешереү был сиргә кәртә булып тора. Шәкәрле, татлы ризыҡтарҙы күп ашау ҙа шул уҡ зыянлы көскә эйә.Консерванттар, тәмләткестәр, Е МАРКИРОВКАҺЫ АҪТЫНДАҒЫ КОНСЕРВАННТАР ҠУШЫП БЕШЕРЕЛГӘН, ӘҘЕРЛӘНГӘН РИЗЫҠТАР, ЭСЕМЛЕКТӘР ҘӘ ШУЛАЙ УҠ БЫЛ СИРҘӘРГӘ ЭТӘРГЕС БУЛЫП ТОРАЛАР.
• Ә бит дауалап була алмаҫлыҡ сирҙәр тураһында беҙ һирәк кенә ишеткән заман әллә ҡайҙа йыраҡ та ҡалманы бит.Бер һуңғы утыҙ – егерме йыл эсендә генә был сирҙәргә уралдыҡ бит. Тимәк ни өсөн ул ваҡытта был сир булманы тип уйланһаҡ, яуабы ла билгеле булыр. Бөгөнгө көндә сыйфатлы ризыҡтарҙы кире ҡайтарыу, шул ваҡыттағы һымаҡ һәр райондыңдың үҙ һөтө, рәхәтләнеп эсергә ҡымыҙы, тәмле ите, һ.б. сыйфатлы ризығына ҡайтыу программаһы буйынса яңы обьекттар төҙөлһә, ул саҡта өмөт бар.Шулай уҡ иҫкиткес бай тәбиғәтебеҙҙе халыҡты сәләмәтләндереүгә тағын да нығыраҡ юнәлтергә кәрәк.Бәлки миллиондарҙы колхоздарҙы, совхоздарҙы тергеҙеүгә юнәлтергәлер. Шунһыҙ беҙҙең киләсәк өмөтһөҙ кеүек күренә башланы..
• Өҫтә яҙылғандарға һөҙөмтә яһап, былай яҙырға була.Тимәк сирҙе булдырмау, уның йәтмәһенә эләкмәү өсөн бары тик интуиция тигән эске һиҙемләүҙе эшкә егеп күңел ауырлыҡтары йыймайынса һәм бары тик файҙалы ризыҡ эҙләргә, ашарға кәрәк.Өҫтәлебеҙгә килеп ҡунаҡлаған ризыҡ, эсемлек тәнгә дауа, йәнгә шифа булһын берүк.

Зәүхиә Низамиеваның сәхифәһенән

182 1 ER 2.3128
Баймаҡ районы Басай, Иҫәнбәт, Күсей, Төркмән Ауыл халҡы ярҙам һорай!!

9 апрель БАСАЙ ауылында үтәсәк флешмобка барлыҡ битараф булмаған кешеләрҙе саҡыра.
Сөнки Бында законһыҙ һәм варворски алтын добывать итергә уйлайҙар.

Халыҡ ҡушылайыҡ флешмобка, яҡын тирәләге районлар ситтә ҡалмағыҙ, сөнки ул тәбиғәтте тишкеләү һеҙҙен районда ла йоғонто күрһәтәсаҡ.

Жители деревень Басаево, Кусеево, Туркменево, Исянбетово Баймакского района приглашают всех неравнодушных принять участие в флешмобе, против варворских разработок.

9 апреля близ деревни Басаево

10 5 ER 1.0563
Кто то специально поджигает лес! Весь Зауралье в огне!

Пожары в Хайбуллинском, Зианчуринском, Баймакском, Бурзянском районах! На фото Баймакский район Абдулкаримово

23 10 ER 1.0237
Путин май байрамдары араһындағы көндәрҙә эшләмәйбеҙ тип иғлан итте. 1 майҙан 10-на тиклем ял итәбеҙ. Ә шишәмбе, 11 майҙа, эшкә сығабыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 майҙа Башҡортостанда йәнә ял - Ураҙа байрамы.

48 23 ER 1.2638
Ғәҙелша шарлауығы!

Ғәҙелша шарлауығы эргәһендә генә трактор менән ерҙе соҡоп алтын эҙләгәндәр!

Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың тәбиғи ҡомартҡылары иҫәбенә инә. Шарлауыҡ тирәһендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бик күп үҫемлектәр үҫә.

Ә был фәнни, эстетик һәм рекреацион ҡомартҡыларҙы емереүсе кешене табып, язаһын бирер кәрәк!

19 9 ER 0.9426