Статистика ВК сообщества "Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы"

0+
Количество постов 39 875
Частота постов 58 минут
ER 1.34
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Һөйөнсө!💐

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин кәләш алды!

Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!🌺🌺🌺

12 34 ER 3.0717
Ҡомартҡының ҡиммәте музей быялаһы аҫтына ҡуйһаҡ артамы, әллә бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ҡулайлаштырып, көндәлектә ҡулланһаҡ ҡәҙерлерәкме?

Милли мәҙәниәтебеҙҙе бөгөнгө үтә шәп тиҙлектә елеүсе, гигабайт һәм терабайттарға ҡоролған һанлы дәүерҙә нисек һаҡларға? Нисек ҡулланырға? Бөрйән районында үткән «Ижади майҙан» күсмә семинарында ошо һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Тапшырыуыҙың сираттағы сығарылыш “Ижади майҙан”дың йомғаҡтары тураһында.

Студия ҡунаҡтары:
ЛАРИСА АБДУЛЛИНА
БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫНЫҢ МӘҘӘНИӘТ БУЙЫНСА КОМИССИЯҺЫ РӘЙЕСЕ,
РИШАТ ШӘРИПОВ
БӨРЙӘН РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ РӘЙЕСЕ,
ЗӘКИ ӘЛИБАЕВ
БАШҠОРТОСТАН ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ ИДАРАЛЫҒЫ РӘЙЕСЕ,
ГӨЛНАРА ЯРУЛЛИНА
«ТЕРЕ ТАҪМА» КИНОКОМПАНИЯҺЫНЫҢ ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК МЕНӘН БӘЙЛӘНЕШ ХЕҘМӘТКӘРЕ,
РӨСТӘМ БАЯНОВ
БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ АППАРАТЫ ЕТӘКСЕҺЕ,
РӘЙСӘ КҮЗБӘКОВА
«АҠ ТИРМӘ» МИЛЛИ – МӘҘӘНИ ҮҘӘК ЕТӘКСЕҺЕ,
РУСЛАН БИККИНИН
РЕСПУБЛИКА АТА-ӘСӘЛӘР КОМИССИЯҺЫ РӘЙЕСЕ

7 0 ER 0.2037
МЕДИАЙЫЙЫН. Урал Кильсенбаев. Интервью

Быйылғы журналистар менән осрашыу еңел булмаған шарттарҙа үтә, илебеҙгә ҙур мәғлүмәти көстәр ябырылды, тине Республика Башлығы Радий Хәбиров медиайыйынды асып. Милли журналистика бөгөн ниндәй юҫыҡта үҫергә тейеш? Заман һөнәр эйәләре алдында ниндәй бурыстар ҡуя? Республика Башлығы Администрацияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев менән һөйләшәбеҙ.

#медиайыйын

7 0 ER 0.1757
20-се август! Шәмбе! Киске сәғәт 8-ҙә, Аҡъярҙа күптән көтөлгән концерт – «Бөйөк дала» рок фестивале!

Башҡорт рок төркөмдәрен һәм рок һөйөүселәрҙе берләштергән ҙур байрамда һеҙ яратҡан «Рух», «Аҡъяр» төркөмдәре, танылған һәм йәш башҡарыусылар сығыш яһай. Фестивалдең төп ҡунағы - легендар «Дәриүшхан» төркөмө. Сағыу, онотолмаҫ ваҡиға. Килмәй ҡалмағыҙ!

20-се август! Шәмбе! Аҡъяр ял һәм мәҙәниәт паркында осрашҡанға тиклем!

6 0 ER 0.1474
20 июль иртәнге сәғәт 9:00-ҙа БСТ телеканалында, шулай уҡ телеканалдың социаль селтәрҙәрендә Ҡорбан ғәйете айҡанлы байрам намаҙынан тура трансляция ҡарағыҙ!

2 0 ER 0.1859
😃Нисек телевидениеға эләгергә?
Беҙ был хаҡта БЮТ каналының алып барыусыларынан һораштыҡ.
Тулыраҡ видеояҙмала.

1 1 ER 0.1148
Башҡорт аттары. Тураһын әйткән

Ситтәрҙең күҙен ҡыҙҙырған башҡорт бренды тураһында. Ҡаҙаҡтар борон-борондан башҡорт аттарына ҡыҙығып барымталар ойошторған. Көтөү-көтөү йылҡы малын ҡыуып алып ҡайтҡан. Хәйер, әле лә был ғәҙәт һаҡлана. Көнъяҡ райондарҙың йылҡы аҫраусылары ваҡыты-ваҡыты менән малдарын юғалтып тора. Ҡаҙаҡтар ярай ҙа. Улар аттарҙы ит , табыш алыу өсөн ҡыуып алып китә. Һәр хәлдә ҡарымта ойоштороп кире тартып алырға мөмкин. Ә бына ут күршеләребеҙ башҡорт тоҡомло аттарға ғына хас билдәләр менән татар аттары барлыҡҡа килтереп, йылҡыларыбыҙҙы әйҙәп алып китергә ниәтләнә. Нимәһе менән ылыҡтыра беҙҙең йылҡылар? Һәм кемдәр барымтаһыҙ ғына ла аттарҙы ситкә оҙата? Гүзәл Ситдиҡова ҡарымта яһарға тырышты.

#Аҙнаяңылыҡтары #БСТ #БЮТ #Тураһынәйткән

2 0 ER 0.1312
ЭКОЛОГИК МӘСЬӘЛӘЛӘР. Зариф Байгускаров. Интервью

Урман янғындары менән көрәш дәүләттең иғтибар үҙәгендә. Был хаҡта Владимир Путин хөкүмәт ултырышында айырым билдәләп үтте. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең үткән йыл аҙағындағы съезында төбәктәргә урман янғындары менән көрәшкә 8 млрд һум аҡса бүленеүе тураһында килешелде. Аҡса нимәгә йүнәлтелә? Урман янғындары нисек иҫкәртелә? Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән әңгәмә урман янғындарын иҫкәртеү һәм башҡа экологик мәсьәләләр тураһында.

1 0 ER 0.0597
“Өлгөлө Башҡорт ғаиләһе-2022” республика конкурсының бүләкләү тантанаһы. 1 март 20.15 Башҡортостан телевидениеһында ҡарағыҙ.

5 0 ER 0.0965
ДЕПУТАТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ. ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ ДЕПУТАТОВ. Зариф Байгускаров. Интервью

Дәүләт Думаһы депутаттары иҡтисади санкциялар шарттарында социаль ярҙам саралары тураһында закон проекттарын ҡабул итә. Башҡортостан вәкилдәре Федераль дәүләт йыйылышында ниндәй инициативалар менән сыға? Дәүләт Думаһы ҡараған закон проекттары тәү сиратта ниндәй категория граждандарға ярҙам сараларын күҙ уңында тота? Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа экология буйынса милли проекттар тулы кимәлдә тормошҡа ашырылырмы? Башҡортостан вәкилдәренең эшмәкәрлеге хаҡында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

1 0 ER 0.0571