Статистика ВК сообщества "БАШҠОРТ БАЛАҺЫ МИН..."

0+
Беҙҙе бар иткән - Ил һәм Тел. Милләт әсәһе бул, Башҡорт ҡатыны!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

ЕҢЕҮ БАЙРАМЫ ҺӘМ ВЕТЕРАНДАР ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
#shigyrzar_shalkeme , #hater_ham_dan

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
(М. Кәрим)

ЕҢЕҮ КӨНӨ
Еңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғына
Май айында байрам итмәйҙәр.
Юҡҡа ғына ләйсән ямғыры ла
Ерҙең битен йыуып үтмәйҙер.
Өр-яңынан тыуа тыуған Ерем,
Өр-яңынан ала һулышты.
Умырзая морнап, баш ҡалҡыта,
Ҡаплап эҙен яуҙың, һуғыштың.
Юҡҡа ғына, тимен, ҡыр ҡаҙҙары
Яҙҙар менән ҡайтмай иленә.
Яуҙа ауған һалдаттарҙың рухы
Беҙҙең менән бергә һөйөнә.
Юҡҡа түгел, тимен, йәм-йәшелдән
Йәшәү төҫөн кейә урмандар.
Яуҙан ҡайтҡан яугир олатайға
Алмаш булып үҫә уландар.
Үтте йылдар, үтер быуаты ла
Онотолмаҫ шанлы үткәндәр.
Еңеү өсөн беҙҙең олатайҙар
Берлинғаса барып еткәндәр.
Яҙҙар һайын хистәр яңырғанда
Яңыралар иҫке яралар.
Олатайым һүҙе сыңлап китә:
"Һеҙгә ҡала илем, балалар."
Васыяты ошо олатайҙың:
"Һеҙгә ҡала, улым, киләсәк!"
Именлеге илдең беҙҙең иңдә
Беҙ һаҡларбыҙ һине, Ер-Әсә!
(А.Айытҡолова)

ОЛАТАЙЫМ
Орден, миҙалдар тағып,
Киң майҙан буйлап атлай.
Шундай мөһәбәт, олпат,-
Ул бит минең олатай.
Батыр һалдат булған ул,
Дошманды ҡырған яман.
Һыҙғаныулы еңдәре,
Көслө лә ғорур һаман.
Ҡыйыу булып үҫергә
Мине лә сыныҡтыра.
Ныҡ бул, ебеп төшмә, тип
Киҫәтеп кенә тора.
Олатайым кәңәштәрен
Күңелемдә һаҡлармын,
Мин бит һалдат ейәне,
Ышанысын аҡлармын.
(Ф.Рәхимғолова)

9 МАЙ БАЙРАМЫ
9 Май көнөндә
Әхмәтгәрәй олатай
Килде мәктәпкә ҡунаҡҡа,
Таяҡ тотоп ул атлай.
Һуғышта булған олатай,
Бик күп орден-миҙалы.
Һөйләне ул яу юлдарын
Нисек итеп уҙғанды.
“Бөйөк еңеү, - ти олатай, -
Изге байрам, балалар,
Байрам итә илебеҙҙә
Бөтөн ауыл, ҡалалар!”
Сәскәләр бирҙек беҙ уға,
Күрһәттек йырлап, бейеп.
Еңеү Бөйөк булған өсөн
Ветерандар ҙа бөйөк.
(А.Шафиҡова)

ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАН
Дошман баҫып ингәс илгә
Ҡол итмәк булып беҙҙе,
Олатам киткән һуғышҡа
Һаҡларға тыуған ерҙе.
Ут-ямғыры яуған күктән,
Янған ауыл-ҡалалар.
Азатлыҡ тип башын һалған
Бик күп ата-бабалар.
Олатайым батыр булған,
Дошманды ҡыуған илдән.
Фашистарҙы тар-мар итеп,
Ҡайтҡан ул Еңеү менән.
Бөгөн олатай ауылда -
Һуңғы тере ветеран.
Орден-миҙалдарын ҡарап,
Мин уйланып ултырам.
Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ
Мәңгелек ут янында.
Тарих онотолмаҫ әле
Беҙ – ейәндәр барында.
(З.Ҡотлогилдина)

ӨЛӘСӘЙ ҘӘ – ЕҢЕҮСЕ
Олатай һуғышта саҡта
Өләсәй иген иккән.
Урман ҡырҡҡан, мал ҡараған,
Фронтҡа ярҙам иткән.
Йылы ойоҡ-бейәләйҙәр
Һалдаттарға бәйләгән.
Ас-яланғас булғанда ла,
Еңеү йырын көйләгән.
Хатта кескәй балалар ҙа
Ҙурҙар кеүек эшләгән.
Иң-иң ауыр саҡтарында
Атайҙарын иҫләгән.
Күп сабыйҙар онотоп бөткән
Икмәктең ни икәнен.
Өшөн-туңып көткән улар
Еңеү яҙы еткәнен.
Шундай ҡыйын ваҡытта ла
Саҡырған мәктәп, белем.
Өмөт, ышаныс булғанға
Дошманды еңгән илем.
(З.Ҡотлогилдина)

ЕҢЕҮ КӨНӨ
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(А.Игебаев)

ОЛАТАЙҘЫҢ ФОТОҺЫ
Олатайҙың фотоһын
Ҙурайтып алып ҡайттыҡ.
Түр яҡҡа рәтләп ҡуйғас,
Күмәкләп уға баҡтыҡ.
Атайымдың атаһы
Шундай шат ҡарап тора.
Күкрәгендә аҡ миҙал
Янып-ялтырап тора.
Такист булған олатай,
Ҡалаларҙы алған ул.
Ерҙе уттан ҡурсалап,
Еңеүгә юл ярған ул.
Һөрөм ҡунған йөҙөндә
Яуҙарҙың ҡалған эҙе.
Тарих һөйләп тора ул,
Сыҡмаһа ла бер һүҙе.
Әйттем:"Нишләмәҫ инем,
Булһаң икән һин тере.
Һиңә, олатайыма,
Оҡшаған, - тиҙәр мине. -
Икәүләп йөрөр инек
Төпһөҙ күлгә балыҡҡа.
Баҡса үҫтерер инек
Үҙебеҙгә, халыҡҡа.
Мин дә шинель кейермен,
Ваҡыт еткәс, бер көндө,
Һиңә оҡшағанмын бит -
Ҡыйыу һаҡлармын илде".
(М.Ғәли)

Еңеү! Һағындырған данлы еңеү!
Ҡосаҡланы бѳгѳн илемде.
Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып,
Бар донъяның баҫып киңлеген.
(Ф. Бикбов.)

86 0 ER 1.5282
БЕСӘЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
#shigyrzar_shalkeme

БЕСӘЙ
Бесәй төшкән байлыҡҡа –
Сумған тәмле ҡаймаҡҡа.
Аҙағы нисек бөтөр,
Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!”
(А.Йәғәфәрова)

АУСЫ БЕСӘЙ
Ауға сыҡҡан бесәй
Йөрөй баҡса буйлап,
Тырнағына сысҡан
Ҡаптырырға уйлап.
Сыҡһын ғына сысҡан —
Ташланырға әҙер.
Наҙлы бесәй түгел,
Арыҫлан ул хәҙер.
(Р.Ҡорбан)

БЕСӘЙ
Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй.
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.
(Ф.Туғыҙбаева)

БЕСӘЙ БЫЙМА ЭСЕНДӘ
Тышта буран ҡотора,
Сәйҙә илап ултыра:
- Бесәйем сығып киткән,
Аҙашып үлер микән?
Юҡҡа илаған Сәйҙә,
Хәйләкәр бит бесәй ҙә:
Шәп йылы оя тапҡан -
Быймаға инеп ятҡан!
(Р.Абуталипова)

БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,
Ята келәмдә ойоп.
Бәп-бәләкәй булһа ла,
Үҫкән бит уға мыйыҡ!
(Ҡ.Әлибаев)

БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАН
Бесәй сыҡҡан һунарға,
Ҡомаҡ, сысҡан ауларға.
“Хәҙер барып тотам, - ти, -
Һоғонам да йотам!” – ти.
Сысҡан мейес аҫтынан
Көлә мыйыҡ аҫтынан.
Уның яуабы зәһәр:
- Ин әйҙә, һыйһаң әгәр!
(Б.Байымов)

БЕСӘЙ
Бесәй, бесәй, бесәй шул,
Бесәй әле кескәй шул.
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай?
Килтерегеҙ сысҡан, ти,
Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?
Килтерегеҙ хәҙер, ти,
Мин ашарға әҙер,ти!
(Ҡ.Даян)

БЕСӘЙ КИТТЕ ЕЛӘККӘ
Бесәй китте еләккә
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп китте тирәккә.
Тырнай-тырнай тирәкте
Эҙләй бешкән еләкте.
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән?
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә.
- Мыяу-мыяу, был ни эш,
Ҡайҙа булған был емеш?
- Бесәй, бесәй, бес-бес-бес!
Унда булмай бит емеш!
Бында еләк, ергә төш, -
Тип саҡырҙы Гөлйемеш.
Бесәй һикереп төштө,
Тапты ҡыҙыл емеште.
Бесәй йөрөй еләктә,
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
(М.Хисмәтуллина)

ҠАРА БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Ҡара бесәй балаһы,
Ап-аҡ ҡына яғаһы.
Шул бесәйҙең яғаһына
Нисек төймә тағаһы?
Шул бесәйҙең яғаһына
Нисек төймә тағаһы?
Төймә алдым, еп алдым,
Бесәйҙе алға һалдым.
Минең төймә таҡҡанымды
Бесәй көтөп торманы.
Ҡулымды ла, битемде лә
Ҡанатҡансы тырнаны.
(Д.Талхина)

БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАНДАР
Иҙәнгә түгелгән ҡатыҡ,
Ҡатыҡ һауыты ватыҡ.
Сысҡандар шым ғына килеп,
Йөрөйҙәр ҡатыҡ татып.
Бесәй апай йоҡлай әле,
Йөрөйөк, тиҙәр, яйлап.
Өҫтәлгә үк менделәр ҙә
Икмәк ашайҙар майлап.
Сысҡандар тамаҡ туйҙырып,
Төшөп киттеләр баҙға.
Бесәй йоҡоһонан торҙо,
Кемдәр булғанын тойҙо.
Баҙҙа сысҡандар сырҡылдап,
Көлә эстәре ҡатып.
Ғәрлегенән бесәй ярһып,
Үлерҙәй булды ятып.
(М.Хисмәтуллина)

БЕСӘЙ
Көндәр буйы йоҡлап ята
Ҡаймаҡ ялаған бесәй.
Бөгөн сысҡан тотҡан ине,
Маҡтаны уны әсәй.
(Р.Ниғмәтуллин)

БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТА
Бесәй ҡыҙы Мырбикә
Әллә бигерәк иркә?
Йырламаһаң, йоҡламай,
Йырлатмайса туҡтамай.
Мыр-мыр-мыр-мырым,
Мырбикәгә был йырым...
Кис етә, ҡояш бата,
Бесәй ҡыҙын йоҡлата.
(Г.Юнысова)

13 0 ER 0.2542
"Төркөмдәштәребеҙ ижады" рубрикаһы
#torkomdashtarebez_izady

Төркөмдәшебеҙ Лилиә Рәхмәтуллина Әбйәлил районы Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Ул беҙгә сығарылыш кисәһе өсөн шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итә. Ҙур рәхмәт!

"Минең һөйөклө баҡсам"

Төн дә үтте, таң атты,
Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты.
Иртүк тороп бәләкәстәр
Баҡсаларға ашыҡты.

Иртә һайын ҡаршы ала
Тәрбиәсе апайҙар.
Шау-гөр килеп бүлмәләрҙә
Уйнайҙар ҙа, йырлайҙар.

Береһе яҙа, береһе һыҙа,
Береһе һүрәт ҡарай.
Һылыу ҡыҙҙар бер мөйөштә
Ҡурсаҡтың сәсен тарай.

Ә малайҙар – батырҙар,
Йәйәнән уҡ атырҙар.
Берәү атта һыбай саба,
Берәү төҙөй яңы өй,
Машина йөрөтә кемдер,
Кемдер уйнай моңло көй.

Умарталай гөрләй баҡса:
Мәж килә бала-саға.
Һүрәт буяй, сәй яһай,
Кем ниндәй шөғөл таба...

Бал ҡортондай тәрбиәсе
«Умарта» эсен көйләй.
Шиғыр уҡый, әкиәт һөйләй
Һәр бәпкәне ул күҙләй.

Тәрбиәсе апайыбыҙ
Үҙ эшен яҡшы белә.
Һәр баланың күңеленә
Асҡысын таба белә.

Һәр баланы яратып
Наҙлап, һөйөп өндәшә.
Тәрбиә һәм белем биреүсе
Тәрбиәсе – фәрештә.

Йылмайып ҡаршы ала,
Кисен оҙатып ҡала.
Яғымлы, наҙлы апайҙы
Ярата һәр бер бала.

Мөғжизә иле – баҡсала
Башлана бала сағым.
Күп йылдар иҫтә һаҡланһын
Минең бәхетле сағым.

Гүзәлдәрҙән гүзәл баҡсам
Бала сағымдың иле.
Дуҫлыҡ иле, шатлыҡ иле,
Әсәмдәй һөйәм һине.

Ҙур үҫеп, буй еткерһәк тә
Баҡсаны онотмабыҙ.
Рәхмәт әйтеп гел иҫләрбеҙ,
Араны һыуытмаҫбыҙ.

«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхмәтуллина Л.Ә.
20.04.22.

14 7 ER 0.2992
"Төркөмдәштәребеҙ ижады" рубрикаһы
#torkomdashtarebez_izady

Лилиә Рәхмәтуллина, Әбйәлил районы Ташбулат ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, үҙенең ижад емештәре менән бүлешеүен дауам итә. Был юлы ул беҙгә башланғыс мәктәпте тамамлау, башланғыс класстар менән хушлашыу тантанаһы өсөн шиғырҙарын тәҡдим итте. Рәхмәт!

1. Баҡса бөтөп, мәктәбемә
Тәү тапҡыр аяҡ баҫтым.
Уҡытыусым, һин, ҡәҙерлем,
Йөрәгемә юл астың.

2. Шуҡ, шаян балалар инек,
Хәҙер инде ҙур үҫтек.
Аҡыллы, белемле булып,
Һәр яҡлап үҫеп еттек.

3. Рәхмәт, һиңә, уҡытыусым –
Миңзәлә Әхмәт ҡыҙы.
Белем иленә әйҙәнең,
Һәр малайҙы, һәр ҡыҙҙы.

4. Һин етәкләп алып барҙың,
Бейек ғилем тауына.
Яҡты маяҡ булып ҡалаң,
Бала сағым таңында.

5. Янып, көйөп өйрәттегеҙ,
Яҙырға һәм уҡырға.
Киләсәктә һис һынатмай,
Тырыш кеше булырға.

6. Дүрт йыл ваҡыт үтеп киткән,
Ошо ғына арала.
Йөрәгеңдә урын таптың,
Һәр уҡыусы балаңа.

7. Яратып, һөйөп, наҙлап,
Уҡыттың беҙҙе һәр саҡ.
Мөләйем, алсаҡ йөҙөгөҙ,
Мәңге иҫтә ҡаласаҡ.

8. Һеҙҙең биргән һабаҡтарҙы
Һис ҡасан онотмаҫбыҙ.
Тырышып, ихлас уҡырбыҙ,
Һис бер ҙә һынатмаҫбыҙ.

9. Көн һайын ҡаршы алдың,
Йылмайып, көлөп кенә.
Белем орлоғон тараттың,
Беҙҙең һәр беребеҙгә.

10. Бик фәһемле, ҡыҙыҡлы,
Һеҙҙең дәрестәрегеҙ.
Тоғро юлдан саҡ ҡына ла
Сайпылмайса үтербеҙ.

11. Белем карабында йөҙөп,
Белем диңгеҙен гиҙҙек,
Ҙур асыштар яһаныҡ,
Күңелдәрҙе үҫтерҙек.

12. Талантлы уҡытыусы һин-
Миңзәлә Әхмәт ҡыҙы.
Аяп, ҡурсып торҙоғоҙ,
Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙы.

13. Сәмле, дәртле булырға өйрәттең,
Талапсан уҡытыусым.
Йөрәктәргә ҡуҙ һалып,
Рухыбыҙҙы байыттың.

14. «Ҙур ғаилә» булып бергә,
Дүрт йыл бергә йәшәнек.
Уҡыныҡ та, уйнаныҡ та,
Йырланыҡ та, бейенек.

15. Тормош мәктәбен бергә,
Һеҙҙең менән беҙ үттек.
Эшһөйәр, уңған булырға,
Беҙ бит һеҙҙән өйрәндек.

16. Рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ,
Синыфым менән бергә.
Уңыштар юлдаш булһын,
Һауыҡ теләйбеҙ Һеҙгә!

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхмәтуллина Л.Ә.

19 3 ER 0.2992
Хуш , Әлифба!
#tugan_telem_bashkort_tele , #shigyrzar

Май ҡояшы алтын нурын,
Күл өҫтөндә уйнатты.
Әсәйемдең йомшаҡ ҡулы
Наҙлап, һөйөп уятты.
Әтәс ҡысҡыра кәртәлә,
Ҡояш битте иркәләй.
Әсәйемдең йылмайыуы-
Яҙғы матур иртәләй.
Мәктәбемә ашығам мин,
Бөгөн беҙҙә ҙур байрам.
Ҡалай иртә торғанһың тип
Аҡтүш тә ҡалған хайран.
Әлифбанан беҙ өйрәндек,
Хәреф танып, уҡырға.
Тырыш уҡыусы булырға,
Китапты яратырға.
Әлифба менән хәҙер,
Хушлашыр ваҡыт етте.
Көтөп алған йәйге ялдар-
Каникулдар ҙа етте.
Тырышып уҡыттығыҙ беҙҙе,
Гөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы.
Һағынып көтөрбөҙ беҙ,
Һеҙҙең менән осрашыуҙы.

Рәхмәтуллина Л.А.
20.05.22.

3 0 ER 0.1301
ҠАЙЫН ИЛАЙ
#shigyrzar

Ап-аҡ йөҙлө ҡайын илай,
Һулҡылдап, һыҡтап илай,
Йыуатһам да, ҡайындың һис
Йәштәрен тыйып булмай.
Ғазап йотоп, үкһей ҡайын,
Бөгөлә-бөгөлә елдәргә,
Барын һөйләр ине лэ шул,
Телдәре юҡ һөйләргә.
Ҡайын илай... ҡайғыһынан
Түҙә алмай иламай...
Был ҡайындың тамырына
Балта сапҡан бер малай.

Абдулхаҡ Игебаев

4 0 ER 0.1163
9 Май – ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Ул тарихыбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уята, бөтә милләт һәм дин вәкилдәрен берләштерә. Был көндә беҙ дошман рейхстагының ҡолауы өсөн бөтә көсөн һалғандарҙы иҫкә алабыҙ, уларға рәхмәт әйтәбеҙ.
Һуғыш миллиондарса кешенең ғүмерен өҙҙө, ул әллә күпме юғалтыу, күҙ йәше һәм һыҙланыу хаҡы менән түләнде. Әммә Совет халҡы, тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы ныҡлы тора алды.
Бөйөк Еңеү хаҡына беҙҙең дә яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың 700 меңдән ашыу ҡыҙы менән улы, фронтта һуғышты, уларҙың яртыһы тиерлек Ватанын һаҡлағанда һәләк булды. 278-е – Советтар Союзы Геройы, 45-е Дан орденының тулы кавалеры тип танылды. Легендар осоусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.
Һуғыш йылдарында республика илдең иң мөһим тыл базаларының береһенә әүерелде. Тылдың 450 мең батыры «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Хөрмәтле һуғыш ветерандары, дан һеҙгә! Ныҡлы сәләмәтлек, яҡты өмөттәр, бәхет, именлек теләйбеҙ!
#bajram_menan , #hater_ham_dan

1 0 ER 0.0953
"Һөнәрҙәр" темаһына үҫтереүсе карточкалар
#kartochkalar

10 0 ER 0.1395
ЭТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
#shigyrzar_shalkeme

АҠБАЙ
- Атайыңа мин булышам,
Көнө буйы сабам.
Һарыҡ көтөшәм, - ти Аҡбай, -
Мин дә, - ти, - чабан.
Төндә ул, часовой булып,
Йорт-ҡура һаҡлай.
Хужаһының ышанысын
Һәр ваҡыт аҡлай.
(Р.Хәйретдинов)

ЕҘТЫРНАҠ
Көсөк алдым көтәм тип,
Исем ҡуштым – Еҙтырнаҡ.
Малдарҙы өркөтәм, тип
Өргән була, ер тырнап.
Буш йәшниктән бер өйсөк
Яһап бирҙем тиҙерәк:
Ҡояш ҡыҙҙырһа, көсөк
Ятыр шунда иҙерәп...
(Ә.Әхмәт-Хужа)

КӨСӨК
Юҡ та юҡ – юғалды,
Ҡараным юлдарҙы.
Байҡаным урамды,
Юҡ та юҡ – юғалды.
Юҡ йылға буйында,
Күңелһеҙ уйын да,
Ул ғына уйымда.
Бер ҡайҙа сыҡмаған,
Баҡсала – ышыҡта йоҡлаған.
Ур-ра! Көсөгөм табылды.
(Ф.Шакирйәнов)

БАРБОС
Барбос менән икәүләшеп,
Мәж килешеп уйнаныҡ.
Баҫтырыштыҡ, йүгерештек,
Аҙаҡ ерҙә аунаныҡ.
Көнө буйы уйнай торғас,
Барбос тамам арыны.
Ҡолаҡтарын тырпайтты ла
Телен һалды арҡыры.
Әллә мине үсекләйме?
Мин дә телде күрһәттем.
"Үсекләшеү ярамай!"- тип,
Аҙаҡ аҡыл өйрәттем.
(Г.Ҡыуатова)

АҠТҮШ
Аҡтүш исемле
Этем бар минең.
Һин уны күрһәң,
Ҡыҙығыр инең.
Үҙе бәләкәс,
Ҡолағы һалбыр.
Ә түше ап-аҡ,
Ҡойроғо ялбыр.
Мороно осло,
Тәпәйҙәре ныҡ.
Күҙендә, гүйә,
Баҙлап тора ут.
(А.Игебаев)

МУЙНАҠ
Ауылымдың бейек тауы
Күңеллерәк кинонан,
Туғандарымды ла алып
Шыуып төшәм мин унан.
Тигеҙ генә елдерәбеҙ,
Йығылмайбыҙ ҙа хатта,
Муйнағыбыҙ сабып төшә
Санабыҙ менән ҡатар.
Ә йығылһаҡ...
Ә йығылһаҡ
Һикерә көрттәр аша,
Бәләкәсте торғоҙоша,
Гел шулай ярҙамлаша.
Ярҙамсы ла, дуҫ та беҙгә,
Туя алмайбыҙ уйнап.
Кинолағы эт героймы?
Герой ул - минең Муйнаҡ!
(Г.Ситдиҡова)

ЭТ
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)

КѲСѲК
Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.
(Ф.Туғыҙбаева)

ХӘЙЛӘКӘР КӨСӨК
Бәләкәс көсөк Буян
Ҡаймаҡты түгеп ҡуйған.
Зыян эшләнем, тиеп,
Ҡайғырып та бирмәй ул,
Балағымдан тартҡыслап,
Мине тышҡа һөйрәй ул.
— Әйҙә, ҡастыҡ, — ти… Тоям,
Хәйләкәр, ай-һай, Буян.
Ә мин әсәй ҡайтыуға
Иҙәнде һөртөп ҡуям.
(Г.Ғәлиева)

КӨСӨК
Ояһы булғас,
Көсөгөм үҫә.
Һауытҡа һалып
Һөт бирһәң, эсә.
Мин асыуланһам,
Ул бик тиҙ күрә.
Тынын да алмай
Өрә лә өрә.
Ҡыҙып барма, ти,
Юҡ-барға улай.
Һин бит түгелһең
Бер йүләр малай!
(Ф.Мөхәмәтйәнов)

6 0 ER 0.1112
22 апрель – Ер көнө
#bajram_menan

Ер көнө – планетабыҙ, тәбиғәтебеҙ, кешелек донъяһы алдында булған оло яуаплылыҡты асыҡлаусы көн. Еребеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда, шуны онотмайыҡ, дуҫтар!

1 0 ER 0.0539