Статистика ВК сообщества "Попутчики Акъяр-Уфа-Акъяр"

0+
Хәйерле юл, барығыҙға ла)

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Әссәләмү ғәләйкүм, әйтегеҙсе, Бөйөк Еңеү байрамына һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?-тип һораны бер мөслимә.
-----------
Беҙ мосолмандар ике байрамды ғына байрам итәбеҙ:Ураҙа һәм Ҡорбан байрамын.
Еңеү көнө байрамын байрам итергә мөмкин булһа, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саләллаһу ғаләйһиссәләм ваҡытында булған Бәҙр һуғышындағы еңеүҙе һәм башҡа еңеүҙәрҙе мосолмандарға, билгеләп, байрам итергә ҡушылыр ине.Әммә Аллаһ тәғәлә мосолмандарға ике байрамды ғына байрам итергә ҡушҡан.

Беҙ,мосолмандар,мәрхүм яҡындарыбыҙ һәм шулай уҡ тыуған иле өсөн көрәшеп үлгән кешеләр өсөн көндә доға уҡып торабыҙ,әлхәмдүлилләһ. Аллаһ Үҙенең Мәрхәмәте менән, кем доғаға лайыҡ шул мәрхүмгә Үҙе тапшырыр.
Әлбиттә доғалар мосолмандарға ғына барып етәсәк .
Әгәр ҙә кемдер Аллаһты иңҡар иткән (иманһыҙ) кеше булып йәшәгән булһа,иле өсөн көрәшеп үлһә лә,ҡайһы һуғышта үлгән булыуына ҡарамаҫтан,ул кеше өсөн уҡылған доғаларҙы Аллаһ ҡабул итмәй.

Революциянан һуң кешелек доньяһы Аллаһты
иңҡар итеп көфөрлөккә батҡандан һуң,Аллаһы Сүбхәнә үә тәғәлә халыҡтарға һынауҙар ебәрҙе.Шул һынауҙарҙың иң ауыры беҙҙең илебеҙгә төштө.
Бөйөк Еңеүҙән һуң да халыҡ Аллаһты түгел,еңеү биреүсе, тип Сталинде данланы.Ә бит ул еңеү өсөн тырышып, тик сәбәп эшләүселәрҙең береһе генә булған.
Һуғыш менән һынау һәм Еңеүҙе биреүсе Аллаһ Сүбхәнә тәғәлә икәнлеген кешеләр аңламаны,сөнки күңел күҙҙәре ҡара
пәрҙә менән ҡапланған ине.

Әлхәмдүлилләһ,тыуған яҡтарыбыҙға хаҡ динебеҙ ҡайтты,Аллаһы тәғәләгә бар маҡтауҙарыбыҙ,сикһеҙ шөкөрҙәребеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда яфа сиккән,көрәшеп Еңеү өсөн сәбәп эшләгән ветерандарҙы 9май көнө генә түгел,ә тормоштоң һәр көнөндә иҫкә алып ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә кәрәктер. Бәхетле ҡартлыҡ өсөн- тыныс тормош,яҡындарҙың иғтибары,ихтирамынан башҡа тағы нимә кәрәк?

Хаҡлыҡты аңлағандан һуң,халҡыбыҙҙы тура юлдан ғына алып барһын Раббыбыҙ.Динһеҙлектән яфа сигеүҙән Үҙе һаҡлаһын.Әмин.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға татар телендә яҙылған бер булған хәлде тәржемә итеп, тәҡдим итәмен.
Аллаһтың асыуынан үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ,дин ғилеме алып Раббыбыҙҙың рәмәтенә өлгәшергә тырышайыҡ.
Совет осоронда дин.
“Аллаһ һуҡты...”

Чаллынан Әлмәткә бара торған автобуста урыным яулыҡлы ҡатын менән тура килде. Үҙем дә диндә булғанлыҡтан, һүҙебеҙ тиҙ ялғанып китте. Юлда ул миңә йән тетрәткес бер ваҡиға һөйләне, ғыйбрәт өсөн, уны уҡыусыларға ла еткерәһем килә.
“Мин беренсе классҡа һуғыш алдынан керҙем, - тип һөйләп китте ул. – Иҫке мәсет бинаһында уҡый инек, уҡытыусыбыз ситтән килгән ҡатын-ҡыҙ. Беренсе көндө үк “А” хәрефен үттек. Уҡытусыбыз “а” хәрефенә ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ, тип һораны. Балаларҙың ҡайһыныһы “алма”, ҡайһыныһы “ат”, тине, “абҙар”, “арыш”, “ағай” тип әйтеүселәр ҙә булды. Мин дини ғаиләлә үҫкән оялсанырак бала инем, өндәшмәнем. Уҡытыусы апай үҙе минән килеп һораны, һин “а” хәрефенә башланған ниндәй һүҙ беләһең, тине. Мин “Аллаһ”, тинем. Уҡытыусым, ҡорт саҡҡан кеүек, ситкә тайпылды һәм ыҫылдап: “Был һүҙҙе башҡа телгә алаһы булма!” -тине. Һорауын тағы ҡабатланы, “а” хәрефенә ниндәй һүҙ беләһең,- тине. Ҡурҡыуымдан, телем көрмәкләнеп, мин тағы “Аллаһ” тинем. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланды. Уҡытыусы апай әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Совет мәктәбендә "Аллаһ" һүҙе була алмай, был ҡоротҡослоҡ, тип сыйнаны. Әллә ҡайҙан үҙемдә көс табып:"Апай, был бит мәсет, Аллаһ йорто"- тинем...
Был һүҙҙәрҙән һуң уҡытыусы апай асыуҙан ҡалтырай уҡ башланы, дәрес онотолдо. “Тағы бер тапҡыр "Аллаһ", тип әйтһәң, мин һинең телеңде киҫәм!”- тип олоно. Ул балаларҙы торғоҙоп, сафҡа теҙҙе, мине уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы. “Балалар, был мулла ҡалдығының битенә төкөрөгөҙ, Аллаһын оноторлоҡ булһын!”- тип әмер бирҙе. Уҡыусы балалар, берәм-берәм килеп, минең битемә төкөрҙөләр, күрше малай ғына төкөрмәне. Уҡытыусы унан: "Һин ниңә төкөрмәйһең?",- тип һораны. Күрше малай:" Ҡурҡам, Аллаһ һуғар..."- тине. “Бында тағы бер дин ҡалдығы бар икән әле! Ҡайҙа Аллаң, нишләп һукмай?!”-тип, уҡытыусы апай ҡотороноп класс буйлап йөрөп китте. Мин, битемдәге төкөрөктәрҙе еңем менән һөртөп, илай-илай баҫып торам...
Шул сағында көтөлмәгән хәл булды. Уҡытыусы серек иҙән таҡтаһының теге башына баҫҡан ахыры, ул, сайғағынан ысҡынып, уның башына килтереп бәрҙе. Апай, аһылдап, таҡтаһы менән бергә, мәсеттең иҙәне аҫтына йығылып төштө. Беҙ, ҡотобоҙ сығып, аҫҡа ҡараныҡ, тәрән баҙҙан, уҡытыусы апайҙың, Алла... Алла... тип ыңғырашҡаны ғына ишетелә
ине.
“Аллаһ һуҡты...” -тине күрше малайы. Беҙ беребеҙҙә өндәшмәнек...
Фәүзиә Байрамова

1 0 ER 0.0962
Рамаҙан айының тәүге 10 сы көнө лә етте, әлхәмдүлилләһ. Аҙағына тиклем ураҙаларыбыҙҙы теүәлләргә еңеллектәр, көс ҡеүәттәр, иман ныҡлығы бирһен Аллаһы тәғәләбеҙ! Әмиин! Барлыҡ матур доғаларығыҙ ҙа ҡабул булһын, мөслимәләр. Әмиин!

1 0 ER 0.0688
🌹ҠӨРЬӘН🌹

✨АЛЛАҺ✨
күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылды һәм

күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм

уның менән емештәрҙе һеҙгә ризыҡ итеп сығарҙы, һәм

Үҙенең бойороғо менән диңгеҙҙә йөрөһөндәр өсөн көймәләрҙе һеҙгә буйһондорҙо, һәм

һеҙгә йылғаларҙы буйһондорҙо, һәм

һеҙгә төн менән көндө буйһондорҙо, һәм

тырыш хеҙмәтсәндәр итеп Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо, һәм

һеҙ һорағандарҙың барыһын да бирҙе. Һәм

әгәр һеҙ Аллаһтың ниғмәтен һанаһағыҙ ,һанап бөтөрә алмаҫһығыз. Ысынлап та, кеше — йәберләүсе һәм яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй!
( Ибраһим сүрәһе 14:32-34).

1 0 ER 0.0550
ДОҒА ҠЫЛЫУ ӘҘӘБЕ 😥🤲
“Доға” (дүғәь) һүҙе ғәрәп теленән “дәғә” ҡылымынан “өндәшеү”, “ялбарыу”, “һорау” тип тәржемә ителә.
Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндә: “... Миңә ғибәҙәт итегеҙ һәм доға ҡылығыҙ, Мин яуап бирермен ...” ти (40:60).
“Доға – ғибәҙәттең елегелер” (Бүхари. Әбү Дәүд. Тирмиҙи).
Доға ҡабул булыуы өсөн шарттар:
-Доға ҡылғанда ниәт дөрөҫ булырға тейеш, йәғни Аллаһ хаҡы өсөн ысын күңелдән, йөрәк менән ҡылыу.
-Доғаның ҡабул булыуы өсөн кешенең ашаған, эскән аш-һыуы, кейгән кейеме хәләл һәм тапҡан малы хәләл юл менән табылған булырға тейеш (Мүслим. Тирмиҙи). Эсенә харам ризыҡ ингән кешенең ҡырҡ көн (!) буйына ҡылған доғаһы ҡабул булмаҫ тигән пәйғәмбәребеҙ (Мүслим. Табәрани. Бәйһәҡи. Хәким). Фәнни асыш: ғалимдар кешенең организмы иҫерткес эсемлектәрҙән ҡырҡ көнгә тиклем таҙара тигән асыш эшләгәндәр.
-Доғаны ысын күңел менән ҡылыу, йәғни доғаның ҡабул булыуына шик булырға тейеш түгел (2:186). (Бүхари. Мүслим. Әхмәд. Хәким).
-Доға ҡылғанда ашыҡмау һәм сабыр булыу, йәғни ваҡытты ашыҡтырмағыҙ тигән пәйғәмбәребеҙ. “Күпме ҡылдым, Аллаһ минең доғамды ҡабул итмәне” тигән һүҙҙәрҙе әйтмәү генә түгел, ә уйларға ла ярамай (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи. Ибн Мәжжә).
-Доғаны кеше үҙенә еңел, рәхәт ваҡытта ҡылырға тейеш, ә ауырлыҡ, ҡайғы килгәндә генә ҡылып, һуңынан доға ҡылмаусы кешеләр бик күп.
-“Теләһәң мине ғәфү ит; теләһәң миңә шуны насип ит; теләһәң миңә мәрхәмәт ит һ.б.” шундай һүҙҙәр менән Аллаһү Тәғәләгә һайлау ҡуйған кеүек доға ҡылыу ярамай, сөнки Аллаһты мәжбүр итә торған һис бер көс юҡ (Бүхари).
-Доғаны Аллаһү Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, Унан ҡурҡып ҡылыу тейеш (15:56; 39:53).
-Доға ҡылғанда оҙаҡҡа һуҙыу ярамай, пәйғәмбәребеҙ доғаларҙы оҙаҡ ҡылыуҙы яратмаған (Мүслим. Әбү Дәүд. Ибн Мәжжә). Был ҡағиҙә, бигерәк тә, мәжлестә оҙон доға ҡылыусыларға ҡағыла, сөнки доға оҙаҡҡа һуҙылғанда (ҡунаҡтар арып, “уф ҡасан тамамлай инде” тип уйлаһа, шулай уҡ ҡунаҡтар араһында ауырыу, оҙаҡ ултыра алмаған сирле кешеләр булырға мөмкин һ.б.), был доға ҡабул булмай.
-Доға ҡылыу рифмаға һалынған шиғыр кеүек булырға тейеш түгел (Бүхари).
-Доға ҡылғанда мөғжизәле нәмәләр хаҡында һорамау, мәҫәлән, күккә күтәрелеү, үлгәндәрҙең терелеүе һ.б., сөнки бындай мөғжизәләрҙе Аллаһү Тәғәлә тик пәйғәмбәрҙәр (Муса, Салих, Ғайса, Мүхәммәд пәйғәмбәр һ.б.) аша, уларҙың доға ҡылыуы арҡаһында шул осорҙа йәшәгән халыҡҡа мөғжизә күрһәткән. Был мөғжизәләр пәйғәмбәрҙәрҙең хаҡ булыуын раҫлаған.
-Пәйғәмбәрҙәр (Нух, Юнүс, Әйүб һ.б.) доғалары ҡабул булһын өсөн аятта килтерелгән шарттарҙы үтәгәндәр: изгелек эшләргә тырышҡандар; өмөт, ҡурҡыу менән, һәм түбәнселекле, буйһоноусан ҡиәфәттә доға ҡылғандар (21:90).
-Эргәлә булмаған дин ҡәрҙәштәр өсөн дә яҡшы доға ҡылыу пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтелер (14:41; 47:19; 59:10). (Бүхари. Мүслим. Тирмиҙи. Әбү Дәүд. Ибн Мәжжә).
-Доғаны изге эштәр, теләктәр өсөн генә ҡылыу, хатта дошманға ла ләғнәт уҡып бәддоға ҡылырға ярамай (Мүслим. Тирмиҙи. Әбү Дәүд).
-Доғаны төрлө телдә ҡылыу мөмкин.
Доға ҡылыу тәртибе:
-Көндөҙ мөмкинселек булһа садәҡа-хәйер биреү.
-Тәһәрәт алып ике рәкәғәт йәки күберәк намаҙ уҡыу (Бүхари. Мүслим).
-Ҡибла тарафына йөҙ менән ултырырға тырышыу (Бүхари. Мүслим).
-Аллаһү Тәғәләгә хәмед (маҡтау) әйтеү (Тирмиҙи. Әбү Дәүд).
-Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә сәләм һәм салауат әйтеү (Тирмиҙи. Әбү Дәүд) .
-Гөнаһтарҙан тәүбә итеү.
-Ҡулдарҙы күкрәк тапҡырына күтәреп (Бүхари. Мүслим) теләгән нәмәне һорау.
-Күҙҙәрҙе өҫкә күтереү ярамай (Мүслим).
-Доға ҡылғанда тауыш уртаса булырға тейеш, йәғни ихтирамлы тонда, аҡрын, тыныс тауыш менән теләктәрҙе һорау (7:55; 19:3). (Бүхари. Мүслим).
-Доғаны ҡылып бөтөргәс, “әмин” тиергә.
Доға өсөн хәйерле ваҡыттар:
-Йома көн аҙан ваҡыты яҡынлашҡанда, аҙан ваҡытында, аҙан һәм ҡамәт араһында (Бүхари. Мүслим. Ибн Хиббән. Хәким. Нәсәи. Әбү Дәүд. Тирмиҙи); имам “әл-Фәтихә” сүрәһенең һуңғы аяттын уҡығас (Бүхари. Мүслим); намаҙ уҡырға торған ваҡытта; өйлә менән икенде намаҙҙары араһында (Бүхари. Әхмәд); төндөң өсөнсө яртыһында (Тирмиҙи. Мүслим); таң атҡас (Бүхари. Мүслим); сәйәхәт ҡылғанда (Бүхари. Әхмәд. Әбү Дәүд); Рәжәб айының тәүге кисәһендә (Бәззәр. Хәким. Табәрани); Шәғбән айының Бәраьәт кисәһендә (Бүхари. Ибн Мәжжә); Рамаҙан айының Ҡәҙер кисәһендә (Бүхари. Мүслим. Бәззәр. Әхмәд. Тирмиҙи); Ғәрәфә көнөндә (Тирмиҙи); Ҡәғбәтулланы күргәс (Ибн Мәжжә); ифтар (ауыҙ асыу) ваҡытында (Ибн Мәжжә.от Хәким); ике ғәйд кисәһендә (Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары); йоҡонан уянған ваҡытта; ауырыған ваҡытта; күңел йомшарған ваҡытта (Бүхари. Мүслим. Ибн Мәжжә. Тирмиҙи); Ҡөрьән хатем тамамлағас (Тирмиҙи); һәр бер биш ваҡыт намаҙ уҡығандан һуң (Тирмиҙи. Әбү Дәүд); “Ихләс” сүрәһен уҡығандан һуң (Мүслим. Табәрани. Тирмиҙи. Бәйһәҡи); мосолмандар мәсеткә (йома намаҙын һәм Ҡөрьән уҡыр, вәғәз тыңлар, белем алыр, зекер һәм салауат әйтер өсөн) йыйылған ваҡытта (Мүслим. Әхмәд. Табәрани. Ибн Мәжжә); зәм-зәм һыуы эскәндә (Хәким. Ибн Мәжжә. Әбү Дәүд); ямғыр яуған ваҡытта (Әбү Дәүд. Хәким); әтәс ҡысҡырған ваҡытта (Бүхари. Мүслим).
(Әминә Ноғоманова-Ғәзизованың “Мосолман өсөн көн дә кәрәкле әхлаҡ ҡағиҙәләре” китабынан).

1 0 ER 0.0413
Хәйерле юлдар һеҙгә,юлдағылар.... Юлдарығыҙ уң һәм бәрәкәтле булһын.

0 0 ER 0.0277
Уҡығыҙ!

Муж и жена если хотят прожить счастливо в браке, должны изучать друг друга, и идти друг другу на уступки.

Если ты не изучишь человека ты не поймешь как с ним жить и долго навряд ли протянешь.

Если не будешь идти на уступки в некоторых вопросах, то значит постоянно будешь заострять внимание на этих вопросах нагнетая эту тему, как например в жене может быть какой-то недостаток, как сказано в хадисе что женщина создана из ребра, а ребро кривое и если постараешься его выпрямить то сломаешь.

И есть такие вещи в женщине которые трудно исправить и если ты будешь давить постоянно на них то в итоге приведет к беде. А если оставишь это проявив терпение, то будешь наслаждаться другими вещами.

Это не касается вопросов где прямое противоречие шариату Аллаха, тут оставлять нельзя и нужно исправлять и порицать. Но есть вопросы в которых нет противоречия шариату Аллаха, но тебя это в жене твоей напрягает, вот к этим вещам нужно проявлять терпение, ибо с некоторыми вещами в женщинах бороться бесполезно. Это как наступать на грабли, а потом обижаться на грабли что они тебя ударили.

То же самое и жене может что то в муже не нравится, но если это не из противоречий шариату Аллаха, то нужно проявлять терпение.

А некоторые моменты надо проговаривать. Грубо говоря если например жене не нравится твой миск, или от тебя исходит дурной запах, или наоборот от жены так, то на это надо мягко указать, ибо эти вещи из тех которые отвращают от человека. А человек может годами молчать и терпеть хотя ему это неприятно, хотя ее супруг и не подозревает об этом, а если бы знал то исправил бы это.

То есть, нужно понять что люди не идеальны, по любому в своем супруге ты найдешь то что тебе не нравится, а он в тебе тоже найдет это, и может этих недостатков и не один.

И есть недостатки которые возможно исправить посредством обсуждения как дурной запах, а есть вещи которые просто почти невозможно с человека выбить, эти недостатки как будто отдельный его орган тела, вот на эти вещи лучше закрыть глаза и стараться не заострять на это внимание, как бы сказать да этот недостаток в нем есть, но зато есть вот такие и такие положительные качества и они закрывают собой этот недостаток.

Типа да жена не очень хорошо готовит, зато она прекрасно следит за своей внешностью, или наоборот за внешностью следит не очень но зато прекрасно готовит!

Или да муж вспыльчивый, но зато он добрый! Или да муж не очень знающий зато он сторонится и больших и малых грехов, и соблюдает мои права, а ведь сколько есть тулябуль ильмов которые совершают грехи и плохо относятся к своим женам.

Идеального мужа или жену вы не найдете никогда, после первой эйфории в начале брака придет бытовуха и потихоньку вы увидите недостатки друг друга и вам придется с этим жить и к нему привыкать. А начнете стараться переделать своего супруга в итоге это может привести к разводу. И зачастую это какие то мелочи, но в твоих глазах они будут превращаться из мухи в слона, не иначе как сам шайтан увидев что это вам не нравится начинает вам на мозги капать этой темой.

Смотри смотри снова носок бросил, вот .... ну как так...!! Хотя казалось бы что там, носок подыми и поставь его на полку и все, 5 секунд для тебя работы но в твоей голове это вращается, чуть ли не всемирный заговор против тебя чтобы специально нервировать тебя. Хотя у человека просто такая натура, он так привык жить дома, что уж тут поделаешь.

И если постоянно заострять на этом внимание то получаются ссоры и скандалы, из за чего? Из за какого то носка... Ты скажешь нет нет подожди дело не в носке а в отношении к тебе жене, я скажу дело не в отношении к тебе а в его натуре, у него это происходит на автомате без цели вредить тебе и нервировать тебя.

Если не закрывать глаза на такие мелочи в итоге просто будет катастрофа в браке. Ведь очевидно что сам шайтан приукрашивает это в ваших глазах! Вы вспомните хадис где иблис приблизил к себе того шайтана который наущал супружескую пару пока они не дали развод!

А сегодня муж и жена живут как будто бы шайтана и вовсе не существует а если существует то он только в молитве и очищении наущает! Нет же прямой хадис есть что шайтаны наущают чтобы привести супружеские пары к разводу.

Если у вас в голове какая то маниакальная мысль против мужа (жены) закралась, не забудьте попросит у Аллаха защиты от шайтана, и подумать а ни сам ли шайтан вам эту мысль постоянно закидывает приукрашивая ее в ваших глазах и демонизируя вашего супруга.

Шайтан не дурак, он видит слабости в людях и именно на них давит, он видит что одному супругу в другом не нравится что то, именно на эту слабость и он будет обращать внимание, хотя быть может это какая то мелочь но шайтан в голове человека доведет это до проблемы великого масштаба. Это работа и цель шайтана разрушить брак мусульман.

Вот представь у тебя работа - строить дом, ты приходишь на работу и твоя цель ясная, нужно строить дом, ты знаешь из чего его строить и как и каждый день ты приходишь и все ближе и ближе приходишь к своей конечной цели.

Так вот шайтан в вашу семью так же приходит как на работу, его конечная цель это чтобы вы развелись, он примерно знает как это сделать, знает слабости обоих супругов и постепенно начинает работу на этом пути!

Только есть возможность сделать наущение и приукрасить что то, он тут как тут, сразу кричит насооооооооооок - снова насооооок смотрииии! Все я не могу так больше жить! Со стороны смешно выглядит какой то носок, ты что себя так изводишь? Ведь очевидны проделки шайтана! Прибегай к Всевышнему Аллаху от шайтана, поминай Аллаха, читай Суру Бакара в доме, и аятуль курси и другие причины делай чтобы оградить себя и свою семью от зла шайтана.

Не заостряйте внимание на недостатках друг друга, научитесь жить вместе с ними и ин шаа Аллах сможете жить счастливо.

Не забывайте шайтан не упустить и единого шанса чтобы развести вас.

Кто то скажет ну вот снова во всем шайтан виноват!

Я скажу во первых, а почему и нет? Нам известно что шайтаны постоянно хотят сбить мусульман с пути истинного и привести их к грехам и куфру. Нет такого что твой шайтан спит, как одного салафа спросили спит ли шайтан, на что он ответил если бы шайтан спал мы бы отдохнули.

И даже если какие то шайтаны спят то поверьте мне на смену им придут другие шайтаны!

Во-вторых, то что шайтан виноват не отменяет вины человека, но то что шайтан принимал участие обычно во всех конфликтах, это же очевидно, ибо это его цель посеять раздор среди мусульман.

Вы думаете хоть один конфликт обошелся без шайтана? Типа шайтан такой стоит и видит о сейчас начнется ссора пойду ка я отсюда подальше? Или же он начинает подогревать обоих участников конфликта подстрекая их? Как говорят подливая масло в огонь.

Поэтому я указывая на влияние шайтана не хочу снять ответственность с людей, а хочу указать что ваш конфликт разукрасил вам шайтан.

Ведь мы же бывали очевидцами или сами были участниками конфликта в котором мы кипели как котел и ударили словами как молниями не выбирая выражений, а потом когда в себя приходили и спадал гнев мы жалели о содеянном, разве не так?

А кто нам помог дойти до такого состояния неадекватного? Сами по себе дошли или кое кто помог? Иногда мусульмане ссорятся между собой вокруг пустякового вопроса, так как будто решается жизнь или смерть.

Надо не забывать участие шайтана в нашей жизни. И всегда искать защиты у Аллаха от шайтана, смотрите что в сунне сказано делать когда мы гневаемся?

Ответ:

Сообщается, что Суляйман бин Сурад, да будет доволен им Аллах, сказал:
− (Однажды, когда) я находился в обществе пророка, да благословит его Аллах и приветствует, двое людей вступили в перебранку друг с другом, (из-за чего) у одного из них покраснело лицо и вздулись вены на шее. (Увидев это,) пророк, да благословит его Аллах и приветствует, сказал: «Поистине, я знаю такие слова, произнеся которые он обязательно успокоился бы. Если бы он сказал: “Прибегаю к защите Аллаха от проклятого шайтана /А‘узу би-Лляхи мин аш-шайтани-р-раджим/”, то перестал бы гневаться». И ему сказали: «Пророк, да благословит его Аллах и приветствует, сказал: “Проси защиты Аллаха от проклятого шайтана”», а он воскликнул: «Разве я безумец?»*
[Аль-Бухари 3282, Муслим 2610].

* [То есть разве я лишился разума, чтобы просить у Аллаха защиты? Этот человек только недавно принял ислам и поэтому считал, что с такими мольбами следует обращаться только в том случае, когда кто-либо лишается разума].

Теперь вопрос если гнев это некое состояние которое происходит само по себе и без участия шайтана, зачем нам при гневе указано просить защиты от шайтана? Ответ очевиден что гнев порицаемый происходит при участии шайтана.

Почему чтобы успокоится нужно сказать: “Прибегаю к защите Аллаха от проклятого шайтана"? Да потому что это отдалит шайтана и его влияние на тебя уйдет а с этим и уйдет твой гнев!

Поэтому не забывайте об участия шайтана в ваших конфликтах!

Не забывайте что главный враг человеческого рода это Иблис и его войско, сам Иблис сказал: "(Иблис) сказал: «Клянусь же Твоим величием, я непременно собью их [потомков Адама] всех, кроме только рабов Твоих из них избранных!» Сура 38, аяты 82-83.

Не забывайте эту клятву Иблиса и он работает над тем о чем поклялся и день и ночь вместе со своим войском шайтанов. Он хочет всех людей сделать проклятыми как и он сам ибо он думает что человек причина его положения, хотя проблема в нем самом.

Как сказано в суре Джинны, что джинны сказали: "Глупец среди нас (Иблис) наговаривал на Аллаха чрезмерное. Мы же думали, что ни люди, ни джинны не станут говорить об Аллахе ложь" Сура 72, аяты 4-5.

Не забывайте о предупреждении Аллаха в Коране: "Поистине, сатана для вас (о, люди) (является) врагом, (поэтому) относитесь к нему как к врагу! Он зовет свою партию [своих последователей], лишь чтобы оказаться им обитателями Пламени (Ада)". Сура 35, аят 6.

"О, вы, которые уверовали! Входите (все) в покорность [примите все установления Закона Аллаха, выполняя все Его постановления, и не пренебрегайте ни одним из них] и не следуйте по стопам сатаны (когда он зовет вас к совершению ослушания)! Поистине, он [сатана] для вас – явный враг!" Сура 2, аят 208.

Скопировано

2 0 ER 0.0550
Юлсыға,ауырыуға бирелгән бүләк...

Жәбир бине Ғабдуллаһтан,(Аллаһ уларҙың икеһенәндә риза булһын),риүәйәт ителә,ул әйткән:-Бер ваҡыт,Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм юлда булған ваҡытта, бер кеше тирәһендә кешеләр төркөмөн күрҙе,улар уны ҡояштан ҡаплап торалар ине һәм ул:
-"Ни булды?-тип һораны.Кешеләр:
-"Ул ураҙа тота"-тинеләр.Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм:
-"Сәфәрҙә тотҡан ураҙа тәҡүәлектән(Аллаһтан ҡурҡыуҙан) түгел"-тине.

* Бында кешеләрҙең хәлдәренән килмәгәнде тырышып,шуның һөҙөмтәһендә үҙенә зыян килтереп һәм башҡа нимәлер эшләү мөмкинлегенән мәхрүм ҡалып, ураҙа тотҡан осраҡтары күҙ алдында тотола.
(Сәхих әл-Бохари)

Ошо хәҙистән беҙ аңлайбыҙ,Сәфәр
ваҡытында ураҙа тотмаҫҡа мөмкин.
Һәм
шулай уҡ сәфәр ваҡытында намаҙ уҡыуҙа ла еңеллек бирелә-намаҙ ҡыҫҡартып уҡыла.

Тормошта,
шулай ҙа була,ураҙамды ҡалдырмайынса нисек булһала тотоп ҡуяйым,-тип ныҡышып,түшәктә ятып булһа ла ураҙа тотоуҙы дауам итеүсе мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең ауырыуы көсәйеү сәбәпле Ҡөрьән уҡый алмауы,башҡа изге эштәр эшләргә хәленән килмәүе мөмкин.

Аллаһу Сөбхәнә Тәғәлә мосафирға,ауырыу кешегә еңеллек бирә икән, шатланып, рәхмәтле булып ошо еңеллекте,Аллаһтың беҙгә биргән бүләге, тип ҡабул итергә тейешбеҙҙер.
Ураҙала,намаҙҙарыбыҙҙа,башҡа ғәмәлдәребеҙҙә ебәргән хаталарыбыҙҙы Аллаһ ғәфү итер,
ниндәй генә хәлдәр булмаһын
Аллаһ юлында тырышҡан һәр мосолман һәм мөслимәнең изге ғәмәлдәре,
тотҡан ураҙалары,изгелектәр яҙылған ғәмәл дәфтәренә яҙылмай ҡалмаҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ.Аллаһу Ғәфүр.

0 0 ER 0.0275
Беҙ яҙабыҙ ,яҙабыҙ,ә төркөмдә кеше һаны бик күп ,исмаһам беҙҙе уҡыусылар бармы икән?шуны белер өсөн ошо постоң аҫтына лайктар ҡуйып китегеҙ әле,ҡыйын булһала)

0 0 ER 0.0275
️Әс Сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлаһи үә бәракәәтүһү, ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем)

Хәйерле сухр ваҡыттары булһын!

Барыбыҙға ла сәләмәтлек, иманыбыҙҙың көслө һәм дөрөҫ булыуы, файҙалы ғилемдәр насип булһын.

Был донъяның , ҡәберҙең, тамуҡтың, Ҡиәмәттең ғазаптары беҙҙән йыраҡ булһын.

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был донъяла ла, әхирәттә лә изгеләрҙән, бәхетлеләрҙән итһен. Әмиин.☘🌷☘🌷☘🌷☘

0 0 ER 0.0138
ДОҒАНЫ ЙӘШЕРЕП ҠЫЛЫУҘЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ

«Раббығыҙға баҫалҡылыҡ менән һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ» («Кәртәләр» сүрәһе, 7:55).

Бер ғалимдың: «Йәшерен доғаны тауыш менән ҡылынған доғанан етмеш дәрәжә айырып тора», ‒ тигән һүҙҙәре бар.

Доғаны йәшереп ҡылыуҙың фазыләттәре бихисап.

1. Беренсенән, ул кешенең иманлы булыуын күрһәтә. Иманы зәғифтең иһә «Раббы тауыш менән ҡылынған доғаны ғына ишетә» тип уйлауы ихтимал.

2. Икенсенән, доға ҡылғанда баҫалҡы булыу, тауышты баҫыу ‒ әҙәплелек. Мәҫәлән, хакимдар, батшалар янында ҡысҡырып һөйләшеү килешмәй. Аллаһ Тәғәлә иһә бүтәндәр ишетмәгән тауышты ла ишетә. Шуға ла доға ҡылғанда Раббыға ҡарата әҙәплелек йөҙөнән тауышты баҫыу тейешле.

3. Өсөнсөнән, доғаны йәшереп ҡылыу кешенең баҫалҡылығына ишара. Баҫалҡылыҡ ‒ доғаның рухы, үҙәге һәм асылы. Баҫалҡылыҡ менән доға ҡылыусы хатта телдән яҙа, сөнки Раббыға уның йөрәге ялбара. Тауыш күтәреүҙе баҫалҡылыҡ менән бергә күҙ алдына ла килтереп булмай.

4. Дүртенсенән, йәшерен доға ихласлыҡҡа яҡыныраҡ.

5. Доғаны йәшереп ҡылған кеше бөтә йөрәге менән Раббыға ынтыла, бүтән нәмәгә әүрәмәй.

6. Доғаны йәшереп ҡылыу кешенең Аллаһҡа яҡын булыуына ла ишара. Сөнки йыраҡта торған кешегә генә ҡысҡырып өндәшәләр. Юҡҡа ғына Аллаһ Ҡөрьәндә Үҙенең пәйғәмбәре Зәкәриәне (ғәләйһис-сәләм): «Бына ул Раббыһына йәшерен рәүештә ялбарҙы», ‒ тип маҡтап телгә алмай («Мәрйәм» сүрәһе, 19:3).

Йөрәгендә Аллаһҡа яҡынлыҡ тойғоһо урынлашҡан кеше доға ҡылғанда мөмкин тиклем тауышын баҫа. Яҡындарҙан-яҡын Аллаһ менән ҡысҡырып һөйләшеүҙең урынһыҙ икәнен ул яҡшы аңлай. Был йәһәттән бер хәҙисте иҫкә төшөрөү мөһим. Ниндәйҙер сәфәр ваҡытында сәхәбәләр: «Аллаһ бөйөк!» ‒ тип ҡысҡырырға тотонғас, Пәйғәмбәр (ﷺ): «Ҡысҡырмағыҙ! Дөрөҫлөктә, һеҙ һаңғырау һәм янда булмаған затҡа түгел, ә Ишетеүсе, Яҡын, һәр ҡайһығыҙға уның атланып алған малҡайынан да яҡын булған Аллаһҡа ялбараһығыҙ!» ‒ тигән (әл-Бохари һәм Мөслим).

7. Доғаны эстән әйтеү телде талдырмай, кешенең хәлен алмай.

8. Йәшерен ҡылынған доға хаҡында бер кем дә белмәй. Әгәр кеше доғаны ҡысҡырып ҡылһа, ендәрҙең һәм кешеләрҙең насар вәкилдәре уға ҡамасаулау форсатын ҡулдан ысҡындырмаясаҡ.

9. Доғаны йәшереп ҡылған кеше үҙенең Раббы менән бәйләнешен күҙ тейеүҙән дә һаҡлай. Ғилем эйәләре был бәйләнеште күҙ ҡараһындай араларға, был серҙе бер кемгә лә асмаҫҡа ҡуша. Аллаһҡа илткән юлға бына-бына баҫҡан кеше өсөн был айырыуса мөһим. Ләкин әгәр Аллаһ менән бәйләнеше нығынһа, башҡаларға үрнәк булһын, тип, был серҙе асырға ла мөмкин. Ергә тамыр йәйгән, ботаҡтары күккә олғашҡан ағас ел-дауылға бирешмәгән кеүек, уның да Раббыһы менән ныҡлы бәйләнешенә бер ниндәй күҙ тейеүҙәр зыян килтерә алмаясаҡ.

10. Доға ‒ Аллаһты зикер итеүҙең бер төрө. Ә зикер һүҙҙәре ҡысҡырып әйтелмәй. «Раббыңды күңелеңдә баҫалҡылыҡ һәм ҡурҡыу менән зикер ит», ‒ тигән аят быға дәлил («Кәртәләр» сүрәһе, 7:205).

1 0 ER 0.0275