Иртәбеҙҙе һөйөнөслө яңылыҡ менән башлайбыҙ!
Кисә хәрби операцияла ҡатнашыусы офицер, рота командиры, Ибрай ауылы егете - Данир Шәһит улы Ҡолмөхәмәтов ҡайтып төшкән.
"Һүрәм" халыҡ фольклор ансамбле ауылдың гимнын һәм таҡмаҡтар башҡарып ҡаршылаған һалдатты.
Ҡотлайбыҙ!
Количество постов 24 660
Частота постов 1 час 30 минут
ER
24.22
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Сәғит ауылынан Рәлиф Ҡыуатов атаһы Ғәтиәт Ҡыуатовтың байрамы көндө ҡайтып ингән! Көтөп алынған осрашыу ҡалай матур үткән!
Беҙ Ҡыуатовтар ғаиләһенең һөйөнөсөн уртаҡлашабыҙ!
Кемдәр ошо мәлдә ут йотоп хеҙмәттәге улдарын көтөп ултыра — барығыҙға ла ошондай шатлыҡты кисерергә яҙһын! Улдарыбыҙ имен-һау йөрөһөн, фәрештәләре һаҡлап йөрөтһөн инде, эй, Хоҙай!!!

#Беҙҙең_заман_геройҙары №6
Ауылда фельдшер иң мөһим кешеләрҙең береһе. Уйламағанда ауырып китеүең ихтимал, табип яҙған уколдарҙы һалдыртаһы бар, ҡан баҫымын да фельдшерҙан үлсәтеү ышаныслыраҡ. Трушин ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында бына тиҫтә йылдан ашыу инде Мөхәмәтйәнова Люция Әмирхан ҡыҙы хеҙмәт итә.
Мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәрҙе ул ныҡлы ҡарарға килеп, үҙ ирке менән һайлаған һәм тормош юлында, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен,һәр саҡ уға тоғро ҡалған.
Хеҙмәт юлын ул 1990 йылда тыуған ауылы Әлебайҙа башлай. Артабан Абзан участка, унан Иҫәнғол үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ә яҙмыш Люция Әмирхан ҡыҙын 2010 йылда Трушин ауылына алып килә һәм ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Дарыуҙар менән генә түгел, ә яғымлы һүҙе, файҙалы кәңәштәре менән дә дауалай ул ауылдаштарын. Эш көнө тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан (план буйынса күҙәтеүҙәр алып барыу, патронаждарға йөрөү), аҡ халатлы фәрештә бер ҙә зарланмай, арымай-талмай халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итә.
Хөрмәтле Люция Әмирхан ҡыҙы! Ҙур рәхмәтлебеҙ һеҙгә! Иҫән-һау эшләгеҙ!

Һеҙ фотола күргән был мөләйем хужабикә Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Рәйлә Әминева.🥐 Уның бешергән торттары, сәк-сәктәре, бәлештәре телде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Уңған хужабикә бөтмәҫ хужалыҡ эштәренә лә, ашханалағы эшенә лә, ауылдаштарына, таныштарына заказдар буйынса тәмлекәстәр бешерергә лә өлгөрә!
Афарин!
Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!
Афарин!
Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!
"Ейәнсура таңдары" гәзитенең бүлек мөдире Айгөл Хәсән ҡыҙы Ҡылысбаева Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!
#медиайыйын
#медиайыйын
Пионер ойошмаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын бына ошолай ҙурлай ибрайҙар!
"Бывших пионеров не бывает!"
"Бывших пионеров не бывает!"
Ҡотлайбыҙ!
Иҫәнғол ауылы
🥳Бар тәбиғәт алтынға мансылған, муллыҡҡа күмелгән илаһи бай миҙгелдә донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ – ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, ҡайынбикәбеҙ, инәйебеҙ Бикбулатова Миңзиә Әхмәҙулла ҡыҙы матур байрамын – 50 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, хәйерле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күңелең борсолоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, ҡыҙҙарың, кейәүең, тормош иптәшең Альфред Хажиғәле улы менән бәхетле миҙгелдәр кисереп, ҡәҙер-хөрмәттә, имен тормошта йәшәргә яҙһын!🥰
Бәхет-шатлыҡтарың тулып торһон,
Имен булһын тыуыр таңдарың.
Яндарыңда булһын пар ҡанатың,
Гел шатлыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең, һылыуҙарың Эльвира, Резеда, кейәүҙәрең Азат, Вадим һәм кесе туғандарың.

Ҡурҡмайынса тайыш табандың ғүмерен һаҡлап ҡала алғандар!
Әгәр ошо кешеләр ярҙам итмәһә, айыу аслыҡтан йонсоп үлер ине.

#Ихлас_теләктәрҙе_ҡабул_итеп_алығыҙ!
ҠАРАДИГӘН АУЫЛЫ
Ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ Илшат Mәхмүт улы БАТТАЛОВТЫ күркәм юбилейы менен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
✴️Хоҙай Тәғәлә һиңә оҫта ҡулдарҙы, иман байлығын, ойоштороу һәләтен, изгелек hәм киң күңеллелекте йәлләмәгән. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға, ниндәй ҙә булhа изгелек эшләргә әҙерһең. Барлыҡ һынауҙарға бирешмәй, тирә-яҡҡа нур балҡытып йәшәүен, башҡаларға кәңәшсе, терәк-таяныс булыуын менән ғорурланабыҙ. Ҡылған ғәмәлдәреңн үҙеңә изгелектәр булып кире ҡайтһын, киләсәктә бәхет, hаулыҡ юлдаш булһын.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә.
Ҡояштарға тиңe ғүмерҙең!
Ҡотлау менән әсәйең, абзыйзарың Марсель, Илгиз, апайың Лена, һылыуың Әлмира һәм уларҙың ғаиләләре.

Әле генә Ибрайҙан - Данир Ҡолмөхәмәтов, Башҡорт Үргененән Нуршат Сәйфуллин Украиналағы махсус операциянан тыуған ауылдарына ялға ҡайтыуы тураһында яҙғайныҡ. Әле тағы бер егетебеҙ - Башҡорт Үргененән Таһир Аҙнабаев яҡындарын һөйөндөрөп ҡайтып инде.🏻
☝🏻Был егеттәребеҙ барыһы ла иң изге һөнәрҙәрҙең береһен - Ватан һаҡсыһы һөнәрен һайлаған. Уларға һәм бөгөн нацизмдың таралыуына ҡаршы торған һәр райондашҡа хеҙмәттәрендә уңыштар, ә үҙҙәренә именлек теләйбеҙ! 🏻Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, Хызыр Ильяс юлдаш булып, фәрештәләр һаҡлап торһон!🏻