Статистика ВК сообщества "Ҡыҙлы йорт"

0+
ҠЫҘЛЫ ЙОРТ - НУРЛЫ ЙОРТ

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Күптәр өсөн уның ҡылығы сәйер тойолор. Ғүмерендә күрмәгән Хәйбуллала урман яна тигәс, Өфөнән попутка менән Әбешкэ килеп еткән ул. Әлшәй ҡыҙы Гүзәлиә. Үҙе бәләкәй генә. Йөрәге оло. Бишенсе көн ауыл апайҙарына янғын һүндереүселәргә ашарға бешерергә ярҙам итә. Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә. Бәхетле бул! ❤️ Бөтәһенә лә рәхмәт!
Многим ее поступок покажется странным. Услышав о пожаре в Хайбуллинском районе, где никогда и не была, она тут же из Уфы примчалась в Большеабишево на попутке. Гузелия из Альшеевского района. Девушка маленького роста, но с очень большим сердцем. Пятый день помогает женщинам села в приготовоении еды для тех, кто тушит пожар. Большое спасибо тебе, Гузелия. Будь счастлива! ❤️ Спасибо всем!

23 181 ER 9.0853
ТЕЛӘКТӘРҘЕ ТОРМОШҠА АШЫРА ТОРҒАН КӨСЛӨ СҮРӘЛӘР
(Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ һәм ҡушылып уҡығыҙ!)

ӘЛ - ФАТИХА

Бисмилләәһир-рахмаанир-рәхиим
1. Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин
2. Әр-рахмәәнии-ррахиим
3. Мәәлики йәүми-ддиин
4. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә настәғиин
5. Иһдинә-ссыирааталь-мүстакиим
6. Сыираата-лләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль-мағдууби ғәләйһим үә ләә-даальлиин. Әмин.

АЯТ - ӘЛ КУРСИ

Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим

1. Аллааһү ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүм.
2. Ләә тәʼхуҙүһү синәтү үә ләә нәүм.
Ләһү мәә фи-ссәмәүәәти үә мәә фил-ард.
3. Мәң ҙәлләҙи йәшфәғү (ғ)индәһү илләә би'иҙниһ.
4. Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм.
5. Үә ләә йүхиитүүнә би шәйʼим-мин (ғ)илмиһи иллә бимәә шәә.
6. Үә сиғә күрсиййүһү-ссәмәәүәәти үәл-ард.
7. Үә ләә йә'үүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-(ғ)әлиййүл(ғ)аҙыиим.

ӘЛ - ИХЛАС

Биссмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
1. Ҡуль һүүә-ллаһу әхәд
2. Аллаһу-ссамәд'
3. Ләм йәлид үә ләм йүүләд
4. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәд.

ӘЛ - ФӘЛӘҠ

Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!

1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ.
2. Миң шәрри мәә халәҡ
3. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб
4. Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд
5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

ӘН - НӘС

Бисмилләһир-рәхманир-рәхим!(и)

1. Ҡул әғүҙү бирабби-ннәәс(и)
2. Мәлики-ннәәс(и)
3. ِИләәhи-ннәәс(и)
4. ِмиң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс(и)
5. Әлләҙии йүүәсүисү фии сүдүүри-ннәәс(и)
6. Минәл джиннәти үә-ннәәс(и)

ДОНЪЯ ШУНДАЙ МАТУР төркөмөнә рәхим итегеҙ!

914 33 ER 8.0043
Яратҡан йырсыбыҙ улы һәм ҡыҙы менән. Хәтерләп алайыҡ...

6 43 ER 3.4295
* * *
Ғүмер бирелгән икән, йәшәргә кәрәк. Арыныңмы? Ял ит. Йығылдыңмы ?Дуҫыңдың ҡулына йәбеш! Дуҫың юҡмы ни? Доға ҡыл! Һинән һорайҙармы берәй әйбер? Уйлап та торма, ҡыҙғанмайынса кеҫәңдә булғанын бир. Ҡәҙереңде белмәнеләр? Үпкәләмә! Ишектәрен яптылырмы? Унда ҡабат әйләнеп ҡайтма. Һине өйрәтергә теләйҙәр? Өйрән! Хыянат иттеләрме? Кисер, онот!
Йәшә! Ғүмер бирелгән икән, йәшәргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күреп тора...

(Рәзилә Ямалиева)

269 13 ER 4.0934
25 апрель - Рәсәйҙә ҡыҙҙар көнө
Ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт тигәндәй, ҡыҙҙары булған һәр кемде ҡотлайбыҙ!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.

Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...

Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...
Ҡ. Аралбай

123 12 ER 2.3967
Әгәр фиалкағыҙ сәскә атмаһа!..🌺
* * *
Попробуйте витамин В 12, продается в аптеке. На литр воды - 1 ампулу. Поливать этим раствором фиалки чередуя с поливами обыкновенной водой.

Цветы будут цвести очень хорошо, а листья становятся насыщено-зеленого цвета.

Всего вам самого хорошего!
Пусть ваши цветочки будут красивыми.

373 8 ER 3.0551
Башҡорттарҙа сәйлецеремония ҡағиҙәләре
* * *
*Иртән торғас та сәйгә һыу ал.
* Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
*Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара👆:тәүҙә сәй эс.
*Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
*Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
*Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
*Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
*Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
*Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
*Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
*Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
*Йома көндө йома сәйе үткәр.
*Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.
*Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
*Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.
*Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
*Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
*Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!

(Гөлсимә Иштанова-Алламоратова)

150 30 ER 2.1863
Әминә ШАФИҠОВА, БР Мәҙәниәт министры:
“ЫРҒЫҘЛЫМА ҠАЙТЫП БАРАМ...”

Мин Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында тыуғанмын. Беҙҙең өй юҡ инде. Ләкин тыуған яҡтарға ҡайтҡанда йөрәгемә ниндәйҙер көс һәм энергия тулғанын тоям. Тирә-яҡта урманлы тауҙар, уларҙа еләк-емеш һәм муйыл... Ауыл уртаһынан һалҡынса һыулы Ырғыҙлы йылғаһы аға. Ләкин унда балаларға өлкәндәрҙән башҡа йөрөргә рөхсәт ителмәне. Сөнки ул йылға тулы һыулы һәм шәп ағышлы булды.

Өйөбөҙ янында - Алтынбей шишмәһе. Унан кескәй биҙрәм менән һыу алғанда ваҡ селтейҙәр ҙә эләккәне хәтерҙә...
Көндөҙ, пекарняла икмәк бешһә, барлыҡ бала-саға , ҡайтҡанда ҡытырҙап торған ҡыйырын ашар өсөн, хуш еҫле икмәк алырға йүгерә...
Тағы иҫке клуб һәм балалар баҡсаһы хәтерҙә. Мин уларҙа сығыш яһарға ярата инем – ҙур ихласлыҡ менән йырланым. Ул ваҡытта миңә клуб бик ҙур һымаҡ, ә залда халыҡ бик күп һымаҡ тойола ине.
Ул мәлдәрҙә ауылда балаларҙың ҙур коллективтары булманы. Булһа, әсәйем мине мотлаҡ йөрөтәр ине. Ә хәҙер, клубта бәләкәйерәк булһа ла бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәнен ишеткәс, мин ярҙам итергә булдым. Бына шуға тағы ҙур шатлыҡ менән тыуған яҡтарыма ҡайтып барам һәм үҙем менән яңы ғына тегелгән балалар костюмдары алғанмын.

Клубта кино күрһәтеү бала саҡта ҙур ваҡиға була торғайны. Хәҙер бының менән бер кемде лә хайран итеп булмай. Ә бына билдәле артистар беҙҙең ауылға әле барып етмәгән. Бына шундай төпкөлдә донъяға килгәнмем мин.

5 20 ER 1.5481
* * *
Ғүмер бирелгән икән, йәшәргә кәрәк. Арыныңмы? Ял ит. Йығылдыңмы ?Дуҫыңдың ҡулына йәбеш! Дуҫың юҡмы ни? Доға ҡыл! Һинән һорайҙармы берәй әйбер? Уйлап та торма, ҡыҙғанмайынса кеҫәңдә булғанын бир. Ҡәҙереңде белмәнеләр? Үпкәләмә! Ишектәрен яптылырмы? Унда ҡабат әйләнеп ҡайтма. Һине өйрәтергә теләйҙәр? Өйрән! Хыянат иттеләрме? Кисер, онот!
Йәшә! Ғүмер бирелгән икән, йәшәргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күреп тора...

(Рәзилә Ямалиева)

109 8 ER 1.7541
... һУҒЫШ ВАҠЫТЫНДА ОЛОЛАР МЕНӘН БЕР РӘТТӘН БАЛАЛАР ҘА ҺУҒЫШТЫ... НИСЕК?.. ҠАРАҒЫҘ!..
Бик шәп кино, ғаиләгеҙ менән бергә ултырып ҡарағыҙ!

282 7 ER 2.3591