Статистика ВК сообщества "Йылмай!"

0+
Online. Башҡортса көләмәстәр. Анекдоты на башкирском языке.
Количество постов 1 290
Частота постов 210 часов 49 минут
ER 32.79
85.99% 14.01%
67.84% 32.16%
41.77% подписчиков от 45
98.84% 0.09% 0.00%
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти ))).
Беренсе көн нисектер тыныс ҡына үтеп киткән... Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Бына ҡорбан да килә! )). Төлкөнө тотоп алған да, елтерәтә, ти:
- Йә, б...т, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең! Дөрөҫөн генә һөйлә!!!
- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.
- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.
Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын индереп бикләй.
- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.
- Әәәй! Теге ҡылый шаша бит, ҡәһәрен! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!.. 🤣🤣🤣
© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

188 48 ER 1.4676
Бер ир командировкаға киткәндә малайына әйтеп ҡалдыра:
- Иҫеңдә тот! Мин өйҙә булмағанда әсәң янына берәр ағай килһә, урам ҡоймаһынан бер таҡтаны һурып алырһың. Әйткәнемде тыңлаһаң, мин һиңә айфон алып бирәм, - ти. 😄
Ҡырҡ биш көндән ир ҡайтып төшә, ҡойманы ҡарай - бөтә таҡталары иҫән. Бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән өйгә килеп инә был:
- Күреп торам, бисәкәй, мин юҡта һәйбәт кенә торғанһығыҙ, - ти.
Ҡатыны:
- Һин киткәс тә ниндәйҙер хулиган ҡойма таҡталарын ҡуптарып сығара башланы, кисә генә балта оҫтаһын саҡырып бөтә ҡойма таҡталарын яңынан ҡаҙаҡлаттырҙым!.. 😂
(Анон)

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

119 25 ER 0.9699
Таксила ҡайтып барам. 500 һум самаһы килеп сыға юл. Төн, ҡараңғы. Йортҡа килеп еттек, күп ҡатлы. Шунда башыма "Әллә түләмәй ҡасайыммы икән?! Йорт ҙур, подъезға инеп юғалһам - таптың ти тапмай!" тигән уй ояланы. Һуҡмыш башҡа шул ғына кәрәк ине! Такси туҡтау менән сығып һыҙҙым! Тәүҙә бер бағананы аңғармый баш менән бәрелдем, аҙаҡ бордюрға эләгеп аунаным, эскәмйә тураһында бөтөнләй онотолған - уға барып һыландым! Тиҙ генә тороп ары йүгерәм тигән ерҙә эскәмйәнән һәрәйеп торған ҡаҙаҡҡа салбырҙы эләктереп йырттым... Шунан, ярты минут тирәһе домофонды асып маташтым. Такси водителе ҡайҙа икән тип күҙ йүгертәм... Ҡараһам, күҙҙәре күкәй булып машинаһынан сыҡмай ҙа мине күҙәтеп ултыра - "Шок кисергәндер!" тим 😀.
Әммә барыһы ла ябайыраҡ булып сыҡты. Аҙаҡтан, подъезға ингәс кенә. Таксиға ултырғас водителгә йомартланып 600 һум тотторғаным иҫемә төштө... 😂

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

104 64 ER 0.9084
- Әсәй, тыуған көнөмә тампон бүләк итерһегеҙ, йәме 😎!
- Киттәле!!! Алйот, тампондың ни икәнен беләһеңме, исмаһам? ☺
- Юҡ. Әммә телевизорҙан әйтеүҙәренсә, тампоның булһа, көндә йылға буйына барырға, туйғансы виләсәпиттә йөрөргә, һикерергә, йүгерергә, ҡыҫҡаһы, теләгән нәмәңде эшләргә була. Иң мөһиме - береһе лә һиҙмәйәсәк тә, белмәйәсәк тә!!! 😂😂😂

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

155 37 ER 0.8471
Атаһы менән 5 йәшлек улы йоҡларға ятыр алдынан ванна бүлмәһендә теш таҙартып торалар. Тынлыҡты боҙоп, улы, көҙгө аша атаһына ҡарап, күңелһеҙ генә тауыш менән:
- Атай, ирҙәр ысын ҡатындарҙан алдараҡ үләме? - тип һорап ҡуя.
- Статистика буйынса шулай, улым...
- Һин дә әсәйҙән алдараҡ үләһеңме?..
- Уны алдан белеп булмай, улым... )
Шунан, малайы, атаһына боролоп, тағы ла борсоулыраҡ тауыш менән:
- Атааай, әтеү, әсәйгә нисек планшетҡа уйындар кащать итергә өйрәтеп ҡуй әле! - тимәһенме 😂
© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

46 8 ER 0.5086
😁 Байрам менән, гүзәлдәребеҙ!!!

8 март корпоративынан һуң, төҙ баҫырға тырышып, бер ҡатын өйөнә ҡайтып ингән, ти. Йоҡларға ятҡан ир уянып, тыңлап ята. Шул ваҡыт ишек төбөндә нимәлер дөбөр-шатыр ауып китә.
- Нимәне ауҙарҙың унда?! - тип ҡысҡыра икән ир йоҡо бүлмәһенән.
- Һин бүләк иткән шәшке тун төшөп китте, - тип яуаплай ҡатын.
- Нишләп улай ныҡ дөбөрләй һуң? - тип һорай ти, ир.
- Мин уның эсенән сығып өлгөрмәй ҡалдым... - тип аҡланған була, ти ҡатыны. 😁😅😆

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

46 6 ER 0.4653
Иртән торҙом да, бәләкәс ҡыҙҙы балалар баҡсаһына илтергә кәрәк.
- Баланы садикка алып барһаң - 100 һум бирәм! - тим иргә.
Өндәшмәй. Шул арала ҡыҙым:
- 150 һум бирһәң - үҙем барам, әсәй! - тимәһенме 😂.

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

22 3 ER 0.3696
1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә.
Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Бөгөн илебеҙ, республикабыҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.

8 3 ER 0.2895
Яңы йыл кисе🎄. Өйгә Ҡыш бабай 🎅 килгән, ти. Ата-әсәһе бәләкәс ҡыҙҙары бүләкһеҙ ҡалмаһын тип:
- Ҡыҙым, әйҙә әле, Ҡыш бабайға йыл айҙары атамаларын һанап күрһәтәйек. Нисек өйрәндек әле. Йә, Ғи...?
- Нуар!
- Фев...?
- Раль!
- Йә, үҙең дауам ит инде!..
- Арт, Рель, Ай, Юнь, Юль, Густ, Ябрь, Ябрь, Ябрь, Кабрь! ))) 😆😆😆

© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

12 4 ER 0.2685
Төшөнкөлөккә бирешеп йөрөгән бер әҙәм психиатрға килгән
– Табип, хәлдәр хөрт! Һаулыҡ юҡ, аҡса юҡ, мине бер кем дә яратмай... - тип проблемаһын асып һалған.
– Борсолма, хәл ителмәҫ күренеш түгел! Йә, ҡаршыма уңайлы итеп ултырығыҙ. Күҙҙәрҙе йомабыҙ!.. Минең арттан ҡабатлағыҙ: "Минең барыһы ла яҡшыыы, мин һау-сәләмәәәт, мин баааай, мине барыһы ла яратааа..."
Диванда йәйелеп ултырып алған ир, табип ҡушҡанса, күҙҙәрен асмай ғына:
– Һеҙҙең өсөн бик шааатмын, табииип! Ә минең хәлдәр хөөөрт!.. Һаулыҡ ююююҡ, аҡса ююююҡ, бер кем дә яратмааай... 😂
© [club43188822|КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!] 😂

24 12 ER 0.2967